

Шул хаҡта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов: «Үткән заманды белмәй, хәҙергене төшөнөү ҡыйын икән, хәҙергене аңламайынса, киләсәкте күреү мөмкин түгел», – тип яҙа бит. Бик хаҡ һүҙҙәр.
Бына Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның шайморатовсылар синыфы технология дәресендә башҡорт биҙәүестәренә арналған «Селтәр» проектын башлап ебәргән. Әйҙәүселәре – Раушания Раил ҡыҙы Аҡбулатова (технология уҡытыусыһы) һәм алтынсыларҙың атай-әсәйҙәр комитеты етәксеһе Гөлнәзирә Садиҡ ҡыҙы Теләүғолова.
Шайморатовсылар синыфындағы ҡыҙҙар үҙҙәренә зауыҡлы һәм заманса селтәрҙәр эшләп алған. Башта улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡорт халҡының милли биҙәүестәрен өйрәнгән. Төрлө сығанаҡтан эҙләнеп, күп нәмәгә төшөнгәндәр. Бик әһәмиәтле дәрес булған. Хәҙер был синыф ҡыҙҙары бер иш кенә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен тағып йөрөй. Тиҙҙән малайҙар өсөн түбәтәй тегә башлаясаҡтар.
Бик матур күренеш! Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылары менән атай-әсәйҙәр комитетына һоҡланмау мөмкин түгел. Афарин!