+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Сумкалары күҙ яуын ала

Ҡул эштәре йәрминкәһендә ғәҙәти булмаған сумкалар иғтибарымды йәлеп итте. Бындай матурлыҡты осратҡан юҡ ине әле, күрәһең, тап мәрйендәрҙән әйбер етештереү менән шөғөлләнеүселәр арабыҙҙа әҙерәктер.

Сумкалары күҙ яуын алаСумкалары күҙ яуын ала
Сумкалары күҙ яуын ала

Оҫталар Гөлнара Саттарова менән уның хәләл ефете Алексей Максимов булып сыҡты. Инде бер йыл самаһы матур-матур сумкалар яһайҙар.

– Ҡул эше менән булышырға бәләкәйҙән яратам. Үҙ эшебеҙҙе асыу хыялы күптән бар ине. Әлегә әллә ни үҫешмәгәнбеҙ, быны ҙур булмаған табыш килтереүсе шөғөл тип ҡарарға була, – ти Гөлнара ханым.

Сумкалар күберәк төрлө йәрминкәләрҙә үтә. “Бәйләнештә” селтәрендә төркөм булдырғандар, шуның аша заказ биреүселәр бар. Хаҡтар менән ҡыҙыҡһынам.

– Мәрйендәр теҙеү еңел эш тип ҡарарға ярамай. Бер сумка 2500 – 3000 һум тора. Әлбиттә, балаларҙыҡы осһоҙораҡ – 500 һумдан 1000 һумға тиклем һатабыҙ, – ти йүнселдәр.

Эстән яҡшылап көпләп тегелгән затлы сумканы ялға ла, эшкә лә йөрөтөргә була. Бүләк итер өсөн алыусылар күп. Сөнки был әйберҙе төрлө стилдә яһап була. Күҙ теймәһен оҫталарҙың ҡулына!

 

 

АВТОР фотолары.

Сумкалары күҙ яуын ала
Сумкалары күҙ яуын ала
Сумкалары күҙ яуын ала
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас