+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Оҫталығы – әсәһенән

Башҡорт халҡының "Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән" тигән бик матур бер әйтеме бар. Һеҙгә үҙемдең уҡыусым, ғаиләһенең йөҙөк ҡашы булған Әминә Сәғитова тураһында һөйләйем әле.

Оҫталығы – әсәһенәнОҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән

Әминә – VIII синыф уҡыу­сыһы. Тырыш, уңған, өлгөлө ҡыҙ алдынғылар рәтендә килә. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы уҡый. Иң яратҡаны – башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре. Гел генә олимпиадаларҙа ҡатнашып, грамоталар, Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөнә. Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтә­ләре буйынса ҡыҙ Белорет районының почётлы гражданины, Манышты аҡһаҡалы Нурулла Мө­хөтдин улы Миһрановтың премияһына лайыҡ булды. Уны «Ама­нат» журналы хәбәрсеһе Зөбәржәт Яҡупова килеп тапшыр­ҙы.
Бик оҫта фоторәссам да үҙе. Тәбиғәт күренештәрен үҙенсәлекле итеп фотоға төшөрә белә. Уның был эштәре балалар баҫмаларында донъя күреп тора.
Тырыш ҡыҙ ҡул эштәренә оҫта, айырыуса фетрҙан уйынсыҡтар тегергә әүәҫ. «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивале бар­ған саҡта «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсы призёры булып, Почёт грамотаһы һәм «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте батырҙары төшөрөлгән һыу һауыты менән бүләкләнде.
Оҫталығы әсәһе Миңһылыуҙан киләлер, сөнки ул да алтын ҡуллы, теккән әйберҙәре өйҙө йәмләп тора. Эшһөйәр ҡыҙҙың атаһы Салауат ағай иһә һырлап, милли биҙәктәр өҫтәп һандыҡтар, семәрләп тәҙрә яңаҡтары яһай. Ныҡ матур килеп сыға. Уның һәләте улдары Алмазға ла күскән.
Йәнә яратҡан шөғөлдәренең береһе – Белорет районы баш­ҡорттарына хас милли биҙәнеү әйберҙәре (түшелдерек, ҡашмау) яһау. Оҫтарып алған. Эштәренә һоҡланып ҡарап тораһың.
Юҡҡа ғына башҡорт халыҡ әйтемен телгә алып китмәнем. Сәғитовтар – милли йолаларыбыҙҙы тотоп, башҡорт телен һаҡлап йәшәгән ғаиләләрҙең береһе. «Йәншишмә», «Йәшлек», «Баш­ҡортостан», «Урал» гәзиттәренән, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарынан бер ваҡытта ла айырылмайҙар, яратып уҡыйҙар.
– Башҡорт телен, мәҙәниәтен һанлаған атайым-әсәйем, туғандарым булыуына сикһеҙ бәхетлемен. Беҙҙеке кеүек ғаиләләр күберәк булһын, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ бөтмәһен, юғалма­һын! – ти туған телен, илен, хал­ҡын ихтирам иткән, яратҡан ҡыҙ.
Эйе, һүҙҙәрең хаҡ, Әминә! Һис шикһеҙ, Башҡортостаныбыҙҙың яҙмышы – Салауат Фәйзрахман улы һәм Миңһылыу Хизбулла ҡыҙының ғаиләһе кеүектәр ҡулында.

Ләйсән ФӘЙЗУЛЛИНА,
уҡытыусы.
Белорет районы,
Манышты мәктәбе.

Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Оҫталығы – әсәһенән
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас