+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Оҫта ҡуллы Айлина

Булыр бала биләүҙән, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр инде! Хәтәр оҫта ҡыҙ мн яҡындан танышып алдым әле. VI синыфта уҡып йөрөгән Айлина Хәйбуллинаның йәйгеһен Байназарға өләсәһенә килгәнендә сәйләндән йөҙөк-беләҙектәр үргәнен күргәйнем.

Оҫта ҡуллы АйлинаОҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина

Бына әле көҙгө каникулға бигерәк оҫтарып килгән. Ҡыҙыҡай йәнһүрәт геройҙарын яһап ҡына ҡалмай, уларға кейемдәрҙе лә сәйләндән үреп кейҙерә. Йөҙөктәре һуң! Ҡаштары йә йөрәк, йә япраҡ, йә сәскә... Һанап бөтөрлөк түгел.

Беҙгә, өләсәйҙәргә, оҫталыҡ дәресе үткәреп алды Айлина. Сәйнәй белһәң, сүбәк тә һағыҙ, тиҙәр бит, сәйлән теҙеү ҡоролмаһы яп-ябай: ҡағыҙ ҡумтаны үҙгәрткән. Шул арала беҙгә шажлатып ҡоймағын да өлгөрттө. Эй, уңғанбикә лә инде!

Фәнүзә ИШБАЕВА.

Бөрйән районы.

Оҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина
Оҫта ҡуллы Айлина
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас