+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Әсәнән күргән – тун бескән

Бик хаҡ һүҙҙәр. Гүзәл заттар ғүмеренең һәр осоронда ла матур булырға, бүтәндәрҙән айырылып торорға теләй. Хатта бәләкәстәр ҙә бит үҙҙәренә иғтибар талап итә. Һүрәтле һуҙмалар, таҫмалар эшләүсе Нурсилә УЙЫЛДАНОВА үҙ ҡулдары менән матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ә үҫмер ҡыҙҙарға ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыр­ға ла ярҙамлаша.

Әсәнән күргән – тун бескәнӘсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән

Нурсилә Салауат ҡыҙы Әб­йәлил районы Исҡужа ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында тәрбиәсе булып эшләй. Икенсе ҡы­ҙы тыуғас, улар өсөн һүрәтле һуҙмалар, таҫмалар эшләргә тотона. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй, йыйылып киткән эштәрен интернетҡа һалғас, күмәртә­ләп һатып алырға теләүсе лә табыла. Туғыҙ йәшлек Элина менән дүрт йәшлек Розалиә әсәләрен яңы башланғыстарға ҡанатландырыусы ғына түгел, ә яңы эштәренең моделдәре лә, реклама сығанағы ла. Нурсилә Салауат ҡыҙы уларҙың ниндәй йәнһүрәт яратыуын, ниндәй уйынсыҡ менән ҡыҙыҡ­һыныу­ҙарын күҙәтеп, ҡул эштәрен төрлөсә тулыландыра. Байрам, иҫтәлекле даталар өсөн эшләгәндәре лә етерлек. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүгә арнал­ған Георгий таҫмаһынан түшкә ҡаҙарға брошкаларҙы балалар баҡсаһында төркөмләп, мәктәптәрҙә тотош синыф менән алыусылар йыл һайын табылып тора. Шулай уҡ кескәйҙәр­ҙең сығарылыш кисәләренә бүләккә исемле таҫмаларға ла ихтыяж ҙур.
Һәр төрлө сараға цитаталы асылмаларҙы ла үҙе яһай замандашыбыҙ. Ҡул эштәренә реклама өсөн тулы картинаны күрһәтеү, һатып алыусының иғтибарын йәлеп итеү өсөн уңышлы алым һанала был. Киләсәктә башҡорт ҡыҙҙарын һынландырған, башҡорт халыҡ кейеме, биҙәүес өлгөләре төшөрөлгән һүрәттәр менән мә­ҡәл һәм әйтемдәрҙе яҙып, ту­ған телендә лә эшләргә хыял­лана. Бының өсөн бер нисә рәссам менән килешеп ҡуйған.
«Элина миңә һуҙма, таҫма өсөн материал киҫергә, беркетергә ярҙамлаша. Розалиә лә беҙҙең менән бергә илһамланып китә. Ул миңә был ва­ҡытта һүрәт төшөрә, идеяларын тәҡдим итә. Ҡыҙҙарым – тормошомдоң йәме, мәғәнә­һе, ярҙамсыларым. Улар – яңы башланғыстарға этәреүсе лә», – ти Нурсилә Салауат ҡыҙы балалары менән ғорурланып.
Әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит. Элина менән Розалиә лә милләтебеҙҙең биҙәге, ғорурлығы булып үҫерҙәр әле.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Әсәнән күргән – тун бескән
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас