+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер

Республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, Әлшәй районының һәм Өфө ҡалаһының почётлы гражданины Гөлфиә Юнысованың 75 йәшенә арналған саралар гөрләп үтә. Ололауға лайыҡ кешене халҡыбыҙҙың хөрмәтләүе тәбиғи. Раевка ауылында ла шағирә менән осрашыуҙы көтөп алдылар.

Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер

Башланғыс мәктәпте – тыуған ауылы Һарышта, һигеҙенсене Себенле мәктәбендә тамамлай ул. Өлкән синыфтарҙа Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы район үҙәгендәге белем усағында уҡый. Хәҙер ул Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы тип атала. Раевкалағы 5 мәктәп араһында иң ҙуры һанала, барлығы 910 уҡыусы иҫәпләнә. Ике сменала уҡыйҙар, рәхәтләнеп белем алыу өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Төрлө ауыл балалары йыйылған, шуға ла интернат та бар. Бында 69 педагог эшләй.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙы лицей директоры Илдус Баймөхәмәтов сәләмләне. Улар араһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге идаралығынан Әлфиә Шәнйәзова, Пионерҙар йорто директоры Надежда Самойлова ла бар ине.
Лицейҙағы пионер дружинаһына танта­налы рәүештә Гөлфиә Юнысованың исе­мен биргәс, шағирә үҙе лә яңынан был сафҡа алынды. Үҙенә галстук таҡҡас, апа­йыбыҙ бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай булды. Был хаҡта иҫкә төшөрөп, хәтирәлә­ре менән уртаҡлашты. Артабан V «А», «Б», «В», «Ш» синыфтарында уҡыусы 105 ба­ла пионерға ҡабул ителде. «Һеҙ хәҙер яуап­лы исем йөрөтәһегеҙ, уға тап төшөрмә­геҙ», – тине балаларға Илдус Илдар улы.
Осрашыуҙың икенсе өлөшө ҙур залда дауам итте. Уны VI «Ш» синыфынан Эльвира Шайморатова һәм VII «Ш»-нан Даян Ғүмәров алып барҙы. Уҡыу­сылар шағирәнең ижадын яҡшы белә икән. Матур итеп сығыш яһанылар. «Шиғырҙарымды тасуири һөйләнегеҙ, бик оҡшаны», – тип маҡтап алды автор үҙҙәрен. Ә ниндәй тамаша йыр, бейеүһеҙ үтһен – рәхәтләнеп ҡарап ултырҙыҡ. Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар, ағинәйҙәр ҡоро ағзалары ла айырым сығыштар әҙерләгәйне. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ныҡ ихлас кеше бит ул: һәр бала менән фотоға төшөп, китаптарын бүләк итеп кенә торҙо. Бейеүсегә ҡушылып бейергә төшһөнмө, шиғырҙарын һөйләһенме...
Шағирә бүләккә әллә күпме китап килтергән: мәктәп китапханаһы ярайһы ғына тулыланды. Шул иҫәптән әле генә «мейестән сыҡҡан» баҫмалары менән дә балаларҙы ҡыуандырҙы Гөлфиә апай. Әлшәйҙәр яҡташтары менән ныҡ ғорурланыуҙарын, тағы ла осрашыуҙарға көтөүҙәрен белдереп оҙатып ҡалды.

 

Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Алтмыш биш йылдан һуң – йәнә пионер
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: