+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Бөтмәй торған" календарь

Ысынлап та, был өҫтәл календары бер нисә йылға етә. Уны яһауы еңел генә, һеҙҙең дә ҡулдан килә.

"Бөтмәй торған" календарь
"Бөтмәй торған" календарь

Төҫлө ҡатырға битен дүрткә бөкләп, буласаҡ ва­ҡыт иҫәпләгестең алдын, артын, төбөн билдәләй­беҙ. Хәҙер алғы өлөштө биҙәргә кәрәк. Әгәр йән­һүрәт геройы, йыл хужаһы йә башҡа хайуанды тө­шөрәһегеҙ икән, ҡуйыласаҡ кеҫәләр уларҙың йө­ҙөн ҡапламаҫлыҡ булһын. Һүрәттәге календарҙа өс кеҫә өсөн өс һүрәт бирелгән. Матур, сағыу итеп үҙе­ңә эшләргә йә әҙер һүрәтте ҡырҡып алырға була. Махсус йәбештергестәр ҙә бара. Ғаилә фотоһын ҡуйһағыҙ, тағы ла йәмлерәк. Календарға ялтыр-йолторҙар беркетһәгеҙ, көн һайын байрамса кәйеф биреп торор үҙегеҙгә.
Ҙур булмаған кеҫәләр йәбештергәс, аҙна көндә­рен, даталарҙы, ай атамаларын айырым ҡағыҙҙар­ға яҙырға кәрәк. Төрлө төҫтә булһа, тағы ла күңеллерәк. Ай исемдәрен ошолай ҙа эшләргә була: көҙ­гөләре – һары, йәйгеләре – йәшел... Был карточка­ларҙы теләгән формала ҡырҡа алаһығыҙ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: