+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Орсоҡ менән дә иләргә өйрәнерҙәр әле

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан йөн иләргә һәм бәйләм бәйләргә оҫта. Был шөғөлдәргә арнап матур бейеү хәрәкәттәре лә уйлап сығарғандар. Шуға ла Ишембай ҡалаһы ҡыҙҙары Әйшә Ғәбитова менән Милана Баймырҙинаның йөн иләргә өйрәнеүе ғәжәп түгел.

Орсоҡ менән дә иләргә өйрәнерҙәр әле
Орсоҡ менән дә иләргә өйрәнерҙәр әле

Улар – ике туғандар, икеһенә лә – 8 йәш. Ял көндәрен һәм каникулдарын йыш ҡына өләсәләре Сәриә Исхаҡ ҡыҙы Ғәбитова эргәһендә үткәрәләр. Уның өйөндә ҡыҙҙар үҙҙәрен башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге һылыуҙар һымаҡ тоя.
– Өләсәйебеҙ башҡорт халҡының боронғо кейемдәрен тегергә, биҙә­үестәрен эшләргә ярата. Беҙгә лә матур-матур күлдәктәр, камзулдар, башҡа кейергә маңлайсалар бүләк итте. Хәҙер үҙебеҙ ҙә өләсәйҙән би­ҙәүестәр эшләргә өйрәнәбеҙ, уның ярҙамы менән ҡурсаҡтарға милли кейемдәр тегәбеҙ, – ти ҡыҙҙар.
Сәриә Исхаҡ ҡыҙы ейәнсәрҙәрен башҡорт халҡының боронғо кәсептәре менән таныштырырға тырыша. Бының өсөн уларҙы йыш ҡына Ишембай ҡалаһы һәм районындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарына алып йөрөй. Шундай экскурсияларҙың береһендә ейәнсәрҙәре йөн иләй тор­ған станокка ҡарап хайран ҡала, оҙаҡ ҡына эргәһенән китмәйҙәр. Хатта шул арала йөн тарарға өйрәнеп алалар.
Ошо ваҡиғанан һуң Сәриә Исхаҡ ҡыҙы боронғо йөн иләү станогын һатып ала. Ейәнсәрҙәре, үҙенә оҡшап, оҫта ҡуллылар бит әле. Һәр кемде һоҡландырып, хәҙер үҙҙәре йөн иләй белә. Бына бит нисек!
– Әҙерәк үҫкәс, орсоҡ менән дә иләргә өйрәнербеҙ әле, – ти кескәй оҫтабикәләр.


Нурзиә ХӘСӘНОВА.
Ишембай ҡалаһы.

Орсоҡ менән дә иләргә өйрәнерҙәр әле
Орсоҡ менән дә иләргә өйрәнерҙәр әле
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: