+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Айгүзәлдән – тәмлекәс

Айгүзәл Зәйнуллина Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың VII cиныфында белем ала. Ғаиләләрендә 5 бала тәрбиәләнә.

Айгүзәлдән – тәмлекәс
Айгүзәлдән – тәмлекәс
Апаһы Йәнгүзәл – Өфө фән һәм технологиялар университетының I курс студенткаһы. Ағаһы Инсаф XI cиныфта уҡыһа, ә һеңлеһе Мәҙинә менән ҡустыһы Данир балалар баҡсаһына йөрөй.

6 йәштә үк Айгүзәл «Сулпылар» конкурсында йырлап, III урын алып ҡыуана. Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең «Сулпылар» бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Бәйгеләрҙә лә һынатмай, йәш бейеүсе гел призлы урындар яулай. Шулай уҡ район буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, биологиянан олимпиадала ҡатнашып та ҡала мәктәптәре араһында призёр булған.
Айгүзәл – өйҙә лә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Буш ваҡыты булыу менән, төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешереп, яҡындарын һыйлай икән. Әле ул үҙенең яратып бешергән иң тәмле печенье рецебын тәҡдим итә.
Кәрәк буласаҡ:1 йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 150 грамм аҡ май.
Барыһын бергә ҡушып болғатырға. Шунан бер семтем сода, тоҙ өҫтәргә кәрәк.
Артабан 300 грамм он менән шоколад киҫәктәрен (алдан һыуытҡыста туңдырып алыр­ға) ҡушып бутағас, 20 минут 180 градус эҫелектәге мейестә бешерергә.
 
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: