+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ныҡ оҫтарып алған

Данис Йәлилов – бар яҡтан да өлгөлө малай ул. Әле Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусыһы ғына булһа ла, үҙҙәрендә үткәрелгән күп сараларҙың уртаһында ҡайнай.

Ныҡ оҫтарып алған
Ныҡ оҫтарып алған

Дәрескә гел әҙерләнеп, ашҡынып бара, сөнки унда яратҡан уҡытыусыһы Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы көтә бит. Данисҡа математика, башҡорт теле, физкультура дәрестәре оҡшай. Яттан шиғыр һөйләргә әүәҫ. Район, республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Спорт менән дә дуҫ. Көрәш, йыр, ҡурай түңәрәктәренә йөрөй.
Ғаиләләре аҙна һайын Төрөмбәт ауылына ҡайта. Был көндө Данис ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки унда атаһы яҡлап ҡартатаһы һәм әсәһе яҡлап өләсәһе йәшәй. Уларға ҡар көрәшеп, яратҡан эте Барбосты һыйлап, тауыҡтарға ем биреп, ихлас ярҙамлашып килә икән.
– Барбос ҡайтҡанымды әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Мине күреү менән шатланып өрә башлай, ҡыуанысынан ырғый-һикерә. Тәмле итеп ашатһам, тағы иркәләнә.
Ҡартатайымдың һыйырҙары, үгеҙ, быҙауҙары, һарығы ла бар. Ҡышын малдар хуш еҫле бесән ашаһын өсөн йәйгеһен мин дә уны әҙерләшергә ярҙам итәм. Ҡартатайымдың тракторына ла ултырып йөрөргә яратам. Ул: «Эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, улым», – тип әйтергә ярата, – ти Данис.
Атаһының да уң ҡулы ул. Эштән бер ҙә ҡурҡып тормай. Гел генә атаһы янында, уға ярҙам итергә әҙер генә тора. Ҡушҡанды «һә» тигәнсе башҡарып ҡуя.
Шулай уҡ Данис пластилиндан мөкиббән китеп төрлө йән­һүрәт геройҙарының һынын әүәләргә оҫта. Уларға ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ! Ныҡ оҫтарып алған.
Эш белгәнгә уңыш юлдаш, тиҙәр бит. Данис та һынатмаҫ әле.

Ныҡ оҫтарып алған
Ныҡ оҫтарып алған
Ныҡ оҫтарып алған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: