+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәтеш кенә ҡамҡалар!

Һигеҙ йәшлек Ульянаның эшенә күҙ һалығыҙ әле. Ҡамҡаларҙы йөрәк формаһында ҡыҙыҡ ҡына яһаған.

Йәтеш кенә ҡамҡалар!
Йәтеш кенә ҡамҡалар!

Был бөжәкте эшләр өсөн ҡыҙыҡай төҫлө ҡағыҙ менән ҡатырға ҡулланған. Йәшел япраҡты һәм күҙҙәрен кәнсәләр магазинында һатылған резина материалдан ҡырҡҡан.

Өфө ҡыҙы Ульяна Тринкаль ҡағыҙҙан яһалмалар менән булышырға, пластилиндан һындар әүәләргә ярата. Ә тегенеү айырыуса оҡшай уға. Бөтә ҡул эштәре ыҡсым һәм матур килеп сыға. Ул "Оҫта ҡулдар" түңәрәгенә теләп йөрөй. Уңыштар, Ульяна!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: