-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Икмәк тә бешерә

Ир-егеттәр тәмлерәк бешерә, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр.

Икмәк тә бешерә
Икмәк тә бешерә

 Эйе, аш-һыу әҙерләү гүзәл зат вәкилдәренең эше һыналһа ла, көслө зат вәкилдәре араһында ла күпме данлыҡлы ашнаҡсылар бар?! Булат Шәрипов та уларҙың исемлеген тулыландырмаҫ, тимә. Өфөләге 130-сы мәктәптең VIII синыфында яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй ул. Яратҡан фәндәре – биология, физика.
Булат аш-һыуға оҫталығы менән айырылып тора.
– 7 йәшемдә тәүге тапҡыр кекс бешереп ҡараным. Миңә ҡамыр аштары әҙерләү бик оҡшай. Ғаиләлә әсәйҙән генә көтөп ултырмайбыҙ, атай менән бергә киске аш та бешерәбеҙ. Уның солянка, щи, окрошкаһы бигерәк тә тәмле килеп сыға, – ти Булат.
Ә ул үҙе ҡамыр аштары әҙерләргә ярата.
– Күмәс бешереп, беҙҙән маҡтау һүҙҙәрен ишеткәс, тағы дәртләнеп китте. Ул бәләкәйҙән пластилиндан әүәләп төрлө фигуралар яһарға оҫта ине. Бына шул шөғөлөнөң дауамылыр инде ҡамыр менән булырға яратыуы, – ти әсәһе. Икмәкте лә ихлас бешерә икән Булат. Хатта “Йәш ашнаҡсы» оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнашҡан. Ә 2022 йылда уны Өфө индустрия һәм туҡланыу сервисы колледжына оҫталыҡ дәресенә саҡырғандар. Сертификат та алған.
Әсәһе, өләсәһе лә бешеренеүгә оҫта булғас, бергәләп телде йоторлоҡ бәлештәр, торттар ҙа әҙерләйҙәр.
Булат оҫта кулинар булһа ла, киләсәктә ветеринар булырға теләй икән. Бик һәйбәт, ә ашарға бешереүгә шәплеге тормошонда һәр саҡ кәрәгәсәк, шулай бит?! Ул шулай уҡ инглиз теле курсына йөрөй, йөҙөү менән шөғөлләнә. Буш ваҡыттарында китап уҡырға ярата. Урыҫ әҙәбиәтенән Достоевский, Пушкин, Тургенев әҫәрҙәре оҡшаһа, башҡорт әҙәбиәтенән Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Мәжит Ғафури ижадын үҙ итә.

Икмәк тә бешерә
Икмәк тә бешерә
Икмәк тә бешерә
Икмәк тә бешерә
Икмәк тә бешерә
Икмәк тә бешерә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: