-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡағыҙҙан... автомат яһай

Һәр кемдең яратҡан шөғөлө булалыр ул. Ә бына Учалы районы Рысай мәктәбенең II синыф уҡыусыһы Рәсүл Фәхриевтеке бигерәк үҙенсәлекле: малай ҡағыҙҙан конструкциялар эшләү менән мауыға.

Ҡағыҙҙан... автомат яһай
Ҡағыҙҙан... автомат яһай

Уйынсыҡтар, машиналар, автоматтар, ҡылыстар, гранаталар, биштәрҙәр... Нимә генә барлыҡҡа килмәй Рәсүл ҡулындағы ҡағыҙҙан! Ә моделдәр яһар өсөн күпме ныҡышмаллыҡ, теүәллек, сабырлыҡ кәрәк. Һәр малай һалдат булырға хыяллана, шуға Рәсүлдең дә төп эштәре – автоматтар. Күптәренең маркаларын яттан белә ул: АК-74, АК-105...
Малай «дүртле», «бишле» билдәләренә ге­нә өлгәшә. Үҙе тыйнаҡ, тәрбиәле, ихтирамлы. Йәнә бер күңеленә яҡын шөғөлө – һүрәт төшөрөү. Ижад емештәре матур ғына килеп сыға. Уңыштар һиңә, Рәсүл!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: