+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәйек...

Гофр ҡағыҙҙан гөлләмә яһап ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Был материал кәнсәләр магазинында һатыла.

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәйек...
Бүләк итеп сәскәләр өҙмәйек...

Һабаҡтары өсөн махсус сым йә суши таяҡсалары алырға була. Сәскәләр пенопласт һалынған һауытҡа урынлаштырыла (кәрәкле размерҙа ҡырҡып алығыҙ).
Ҡағыҙҙы оҙон таҫмаларға киҫәбеҙ. Фотола күрһәтелгәнсә тотоп бөкләп, дөрөҫ форма бирәбеҙ – таждар килеп сыға. Ике төҫтө сиратларға ла була.
Хәҙер инде сәскәне елем ярҙамында һабаҡҡа урай-урай йәбештерәбеҙ. Төрлө ҙурлыҡтағы япраҡтар әҙерләп, шулай уҡ һабаҡҡа беркетәбеҙ.
Пенопласҡа бөтә сәскәләребеҙҙе ҡуйып сығырға ҡалды. 8 Мартҡа оно­толмаҫлыҡ бүләк булһын тиһәгеҙ, суши таяҡсаһына беркетелгән чупа-чупс йә башҡа кәнфиттәр менән аралаштырығыҙ. Гөлләмәне фоамиранға йәки гофр ҡағыҙға ураһағыҙ, иҫ китмәле күркәм килеп сығасағына шигебеҙ юҡ. Бүләк әҙер!

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәйек...
Бүләк итеп сәскәләр өҙмәйек...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: