Уҡырға төшкәс, Гөлзиә апаһы Өфөнән сәйлән һәм өлгөләр йыйылмаһы алып ҡайтып бүләк итә. Был ваҡиға тап 8 Март алдынан була.
Хәҙер инде Фирүзә – V синыф уҡыусыһы. Дүрт йыл элек сәйләндән әйберҙәр эшләү менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып китеп, әле лә был шөғөлөнә тоғро. Алҡа, йөҙөк, муйынсаҡ, броштар... Күҙҙе ҡыҙҙырыр матурлыҡ! Уңған ҡыҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға ла алҡа схемаһын тәҡдим итә. Сағыу сәйләндәрегеҙ һәм махсус ебегеҙ булһа, һеҙҙеке лә фотолағы кеүек килеп сығыр, дуҫтар!
Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.