+6 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Танктар яһай

Рысай мәктәбенең III синыфында белем алыусы Рамаҙан Хисмәтуллин хәрби техника менән ҡыҙыҡһына. Ҡулдары оҫта булғас, күҙ алдына баҫтырғанын үҙенсә яһап ҡуйыу уға бер ни тормай. Нисекме?

Танктар яһай
Танктар яһай

Рамаҙан яратҡан танктарын пластилиндан әүәләй йә һүрәткә төшөрә. Уларҙың моделдәрен яҡшы белә, үҙе лә яңыларын уйлап сығара, ти синыф етәксеһе Гөлсирә Сәғитова.
Рамаҙандың яҡшы уҡыуын да билдәләне уҡытыусы. Олимпиадаларҙа ҡатнашып тора, һуғыш темаһына арналған «Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам» тип аталғанында юҡҡа ғына былтыр призёр булмағандыр. Ҙурайғас, бәлки, хәрби һөнәр ҙә һайлар әле.


Зилдә МӘҮЛИТОВА.
Учалы районы.

Танктар яһай
Танктар яһай
Танктар яһай
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: