– Уҡыусым спорт менән дуҫ, айырыуса футболды ярата. Уларҙың командаһы күп тапҡыр уңышҡа иреште.
Эрик – атаһының уң ҡанаты. Буш ваҡытында эргәһенән китмәй тиерлек. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигәндәй, ул атаһынан бар эшкә өйрәнеп үҫә.
Әсәһенә оҡшап, матур итеп йырлай үҙе. Өйҙә уға аш-һыу тирәһендә ярҙамлашырға өлгөрә. Эрик хәҙер тәмле салаттар әҙерләй, ҡоймаҡ ҡоя, бәлеш бешерә лә белә, – тип маҡтай үҙен уҡытыусыһы Гүзәл Дамир ҡыҙы Ноғаманова.