-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Айлинаның биҙәүестәре

Кешене хеҙмәт биҙәй. Тырыштарҙың ҡулынан килмәгән эше юҡтыр. Исламбай мәктәбенең VI синыфында белем алған Айлина Хәйбуллинаның оҫталығына ла яҡташтары һоҡланып ҡарай.

Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре

Ҡыҙ яҡшы уҡый. Бигерәк тә математика, тел, әҙәбиәт дәрестәрен ярата. Тасуири итеп шиғыр һөйләү буйынса республика, район, мәктәп кимәлендә ойошторолған төрлө интернет конкурстарҙа ҡатнашып, күп кенә Почет грамоталары, дипломдарға лайыҡ булған. Күренекле актер Муллайән Сөйәрғоловтар нәҫеленән бит ул, шуға ла нәфис һүҙ сәнғәтенә битараф түгелдер.

Айлина һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Кескәй генә сағынан йәнлектәрҙе, төрлө тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә әүәҫ. Әле натюрморттары бик матур килеп сыға. Шулай ҙа ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө – сәйләндән төрлө биҙәүестәр, композициялар эшләү. Ә был бик ваҡ эш һәм түҙемлелек, иғтибарлылыҡ талап итә. Ҡыҙ интернеттан да төрлө схемалар таба. Берәй йәнһүрәт геройын яһай ҙа уға кейемдәрен дә эшләп кейҙереп ҡуя. Яңыраҡ 3D форматында ҙур ғына итеп йыл хужаһы Аждаһаны эшләп бөткән һәм уны районда уҙғарылған “Оҫта ҡулдар" конкурсына ебәргән.

Айлина өсөн  күңел талабы, тотош бер ижади донъя ул сәйләндән әйберҙәр яһау. Ауыл ерендә өйҙә эш табылып ҡына тора. Шуға ла әсәһенең йомоштарын үтәп бөткәс кенә яратҡан шөғөлөнә ултыра ул. Атаһы ҡырҙа эшләгәс, әсәһе эштә саҡта IV синыфта уҡыған Эмилия һеңлеһе менән 4 йәшлек Айсар ҡустыһына күҙ-ҡолаҡ булып тора. Өй йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу кеүек ҡулдарынан килгән эштәрҙе башҡаралар. Айлина, апай булараҡ, кәрәк саҡта еңелерәк аш төрҙәрен бешереп тә ҡуя, туғандарын һыйлай. Әсәһе – уҡытыусы, өҫтәүенә хәләл ит ризыҡтары етештереү менән дә шөғөлләнгәс, уға йыш ҡына заказдарҙы һораусыларға, күрше ауылдарға алып барырға тура килә. Бына шундай осраҡтарҙа ла  Айлина туғандарын ҡарап тора.

    – Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ. Билмән дә, салат та эшләшәләр. Бына хәҙер баҡса эштәре башлана. Йәй еләк-емеш осоронда ла ярҙамсылар, – ти Айһылыу Камил ҡыҙы.

Айлина Байназарҙағы өләсәләренә каникулға барғанда, ундағы инәйҙәрҙе, ҡыҙҙарҙы ла үҙенең ижад емештәре менән һоҡландырған.

   – Хәтәр оҫта ҡыҙ. Йөҙөк-беләҙектәре шундай нәфис, үҙҙәре ваҡ ҡына, ҡулға ла эләкмәй бит әле ул. Ә йәнһүрәт геройҙарына кейемдәрен дә сәйләндән үреп кейҙереп бөткән, йөҙөктәренең ҡаштары йә йөрәк, йә япраҡ, йә сәскә, – тип һоҡланыуын йәшермәй Фәнүзә апай Ишбаева.

    – Мунсаҡтан сумкалар эшләп ҡарағым килә, – ти Айлина. Интернеттан нисек эшләнешен дә күреп ҡалған. Эйе, алдына алған маҡсатын тормошҡа ашырыр ҡыҙ. Ҡулдарына күҙ теймәһен, тырыш бит. Күҙ нурҙарын түгеп эшләгән матурлыҡты шундай уҡ гүзәллекте яратыусы кешеләргә һатып, аҡса эшләр әле.

Ҡул эштәре оҫталары шулай бар күңел йылыһын һалып ижад итә, яңынан-яңы идеяларын тормошҡа ашырып, һоҡланғыс әйберҙәр барлыҡҡа килтерә. Айлина Хәйбуллинаның да был шөғөлө, киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлауына ҡарамаҫтан, тормошоноң бер биҙәге булып, донъяһын матурлап торор. Ҡулдарыңдан һөйөн, Айлина!

 

Э.РӘШИТОВА.

Бөрйән районы.  

 

Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Айлинаның биҙәүестәре
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: