Бер үк ваҡытта театрлаштырылған тамашала ҡатнаша. Күптән түгел ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың «Белоснежка» әҫәрен сәхнәләштергәндәр. Сафина Гном ролен башҡарған.
Ул хәҙер хәреф таный, һүҙҙәрҙе уҡый башлаған. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабын оҡшатҡан. Буш ваҡыттарында Айһылыу апаһы менән уйнарға ярата. Йәшәгән урындары бер-береһенән алыҫ булһа ла, йыш күрешеп торалар.
– Берҙән-бер ҡыҙыбыҙ – өйөбөҙ йәме, – тип ҡыуана Сафинаның атаһы менән әсәһе.
Эйе, уға ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Бәхетле генә булһын инде, тип теләйем.
Илһам ЛАТИПОВ.