-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йәйгелеккә сумка

Ҡарағыҙ әле, ниндәй сағыу сумкалар! Йәйгелеккә был аксессуарҙы ырғаҡ ярҙамынды үҙегеҙ бәйләп алһағыҙ ҙа була. Ә бүләккә ниндәй шәп! Йомро сумкаларҙың схемаһы өҫтәрәк бирелгән. Ике дана бәйләп, тоташтырырға ғына кәрәк. Фантазияғыҙҙы эшкә егеп, уны теләгән йәнлеккә йә емешкә әйләндерергә була. Урамға алып сығырға телефон менән асҡыс һыясаҡ. Теләһәгеҙ, ҙурлығын үҙгәртегеҙ.

Йәйгелеккә сумка
Йәйгелеккә сумка

Дүртмөйөш формаһындағы сумкаларҙы бәйләүе лә ауыр түгел. Иң мөһиме – ныҡ нәҙек еп йә йөн алмағыҙ, ҡалынырағы форманы яҡшы тотасаҡ. Хәҙер магазинда иләнгән төҫлө ептең ниндәйе генә һатылмай! Эшкә тотонайыҡ, ҡыҙҙар!

Йәйгелеккә сумка
Йәйгелеккә сумка
Йәйгелеккә сумка
Йәйгелеккә сумка
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: