-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Айгүзәл – әсәһенең моделе

и

Айгүзәл – әсәһенең моделе
Айгүзәл – әсәһенең моделе

Таңсулпан Вәлиева Сибай ҡалаһында йәшәй. Өсөнсөгә уны әсәй итеп, тормошон нурландырып ҡыҙы тыуғас, түшелдеректәр эшләргә тотона.
Ир бала – илгә терәк, ҡыҙ бала – өйгә биҙәк, ти халыҡ. Таңсулпан менән Рөстәм Вәлиевтар – өс балаға ғүмер биргән өлгөлө башҡорт ғаиләләренең береһе. Әсәй кеше бала сағынан сәхнәне ярата. Сибайға күсеп килгәс тә бейеү сәнғәтенән айырылмай. Үҙе эшләгән китапханала гүзәл заттарға бейеү һалып, бергәләшеп сәхнәгә сығалар. Балалары ла әсәләренә оҡшап, сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә. Оло улы Динислам Сибайҙағы күп профилле колледжда белем ала. Бер юлы эшләп тә йөрөй. Икенсе улы Илназ сәнғәт колледжында хореография бүлегендә уҡый. Шулай уҡ Сибай концерт-театр берекмәһендә балет артисы булып та эшләй.

Балалар баҡсаһына йөрөгән Айгүзәл дә үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарарға өлгөргән. Яңыраҡ “Аманат” журналының 95 йыллығына арналған “Беҙ “Аманат”ты уҡыйбыҙ” тигән флешмобта ҡатнашып, ваҡытлы матбуғат менән дуҫ икәнлеген күрһәтә. Әсәһе менән, республика кимәлендә уҙғарылған, Халыҡтар көнөнә арналған “Бишек йыры” флешмобында бишек йырын оҫта итеп башҡаралар. Уларҙың үҙҙәренә генә хас ғаилә йолалары, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары бар. Вахта ысулы менән эшләгән ғаилә башлығы менән ял ваҡыттарында республиканың төрлө йылғаларына барып һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға, палаткаларҙа йоҡлап, тәбиғәттә төн үткәрергә яраталар.

Балаларҙы хеҙмәт аша тәрбиәләргә тырышалар. Йәйге каникулдарында олатай-өләсәйҙәренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыларына әйләнә улар. Ҡош-ҡорт ҡарайҙар, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Ҡыштарын улар тәрбиәләгән ҡош-ҡорт итенән әсәләре бәлеш менән һыйлай. “Эшләгән – тешләгән” тигән әйтемдең ысынбарлыҡҡа тап килеүен белеп, аңлап үҫәләр.

Бөгөнгө көндә күп йәш әсәйҙәр декрет ялында саҡта үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарай. Таңсулпан да шулай. Айгүзәл донъяға килгәс, ул башҡорт халҡының милли биҙәүестәренең береһе булған стилләштерелгән түшелдеректәрҙе эшләүгә тотона. Көндәлек, байрамдарға тағыр өсөн төрлө төҫтән, төрлө ҙурлыҡта, төрлө йәштәге гүзәл заттар өсөн күңел һалып башҡара ул. Ә моделдәренең береһе, әлбиттә, Айгүзәл ҡыҙы. Байрамдарға, күлдәктәре менән бер иштән тағырға ярата ул. Йәнә балалары өсөн сәхнә кейемдәрен дә электән тегә. Төрлө геройҙарҙың характерын өйрәнеп, күңел һалып башҡара ул был эште лә.
“Төп эшем – ҡала үҫмерҙәр модель китапханаһында. Хәҙерге быуын балалары күберәк психологик характерҙағы, фантастик жанрҙағы әҫәрҙәрҙе үҙ итә. Уларға әҙәбиәт һайлашырға ярҙам итәм, уҡыған китаптары буйынса фекер алышабыҙ. Шулай уҡ, түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә теләп үткәрәм. Кешенең күңеле лә, йөҙ-ҡиәфәте лә матур булырға тейеш, тигән фекерҙәмен”, – ти оҫта ҡуллы әсәй.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.

Айгүзәл – әсәһенең моделе
Айгүзәл – әсәһенең моделе
Айгүзәл – әсәһенең моделе
Айгүзәл – әсәһенең моделе
Айгүзәл – әсәһенең моделе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: