+2 °С
Облачно
VKOKМакс

Гөрләп торҙо йәрминкә

Беҙҙең гимназияла йыл һайын көҙгө йәрминкә үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөрләп торҙо йәрминкәГөрләп торҙо йәрминкә
Гөрләп торҙо йәрминкә

Быйыл да ойошторолдо ул. Һәр синыф әүҙем ҡатнашты, бер кем дә ситтә ҡалманы.
Дуҫтарым йәйен баҡсала тәрбиәләп үҫтергән емеш-еләктән ҡайнатма, йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән турамалар килтергән. Ҡул эштәре лә һатыуға сығарылды. Мин банкаларҙа борщ алып барҙым. Йәнә әсәйем менән пицца бешергәйнек.
Йәрминкә гөрләп торҙо, һатыу-һатып алыу бик йәнле барҙы. Мин үҙемә 340 һум аҡса эшләнем.

Тимур ШӘМСЕТДИНОВ, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас