Инйәр – үҙе бик тырыш, эшһөйәр егет ул. Йорт-ҡураһын ҡарай, ҡышҡыһын йылҡы, һыйыр-быҙауына бесән һала, һыу эсерә. Уның иң яратҡан шөғөлө – техника менән булышыу. Бәләкәй дуҫтарының сана-арбаһын, велосипедтарын бик ҙур теләк менән ремонтлап бирә. Шуға ла уның эргәһендә һәр ваҡыт бәләкәй малайҙар урала. Гараждарында мотоцикл, хатта машина ла йүнәтәләр. Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит. Инйәр күршем дә атаһы Илнур олатай кеүек оҫта ҡуллы бит ул. Хатта йәйгеһен атаһы кеүек оҫта ҡуллы. Хатта йәйгеһен уның менән бура эштәре һәм йорттар төҙөү менән дә шөғөлләнде. Эшһөйәр Илнур олатай улы өсөн өлгө булып тора. Инйәр атаһынан күп эштәрҙең нескәлектәренә төшөнә, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тырышып өйрәнә. Бына шулай киләсәктә ҡулланыр өсөн үҙенә кәрәкле тәжрибә туплай.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ. Инйәр күршемә гел һоҡланып ҡарайым, артабан да дауам итер был шөғөлдәрен, тип уйлайым. Сөнки ул һәр эште яратып башҡара.
Аҡйондоҙ КҮСӘРБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.