"Бының өсөн ялтырауыҡлы фоамиран, эҫе елем, ҡайсы һәм линейка кәрәк буласаҡ.
Иң башта фоамирандан бер ҙурлыҡта өс квадрат киҫергә тейешбеҙ. Беҙ ҡабырғаларын 10 сантиметр итеп алдыҡ. Аҙаҡ һәр береһен диагональ буйынса ҡырҡып, өсмөйөштәр әҙерләйбеҙ. Барлығы алтау булырға тейеш.
Өсмөйөштө оҙон яғы буйлап уртаға бөкләйбеҙ һәм беренсе һүрәттә күрһәтелгәнсә киҫеп сығабыҙ. Ике яҡта бишәр таҫма барлыҡҡа килә. Иң өҫкөләрен елем менән бер-береһенә йәбештерәбеҙ ҙә форманың ҡап уртаһына беркетәбеҙ. Ҡалған таҫмаларҙы әйләндереп уға йәбештерә башлайбыҙ.
Дүртенсе рәтте ҡабырға яғы менән тоташтырабыҙ, ә иң аҫтағы өсмөйөштәр менән сосрап торған остарҙы ҡаплап, артығын киҫеп алабыҙ. Барлыҡҡа килгән «ҡойроҡ»то ла ҡырҡабыҙ. Алты таж килеп сыҡҡас, ҡар бөртөгөн йыябыҙ. 1 сантиметр киңлегендәге фоамиранды тығыҙ итеп урап, елем менән беркетәбеҙ. Тигеҙ арауыҡта уға алты фигураны йәбештереп сығабыҙ. Алға ҡарап торған өлөштәре менән түңәрәгебеҙҙе ҡаплайбыҙ һәм уртаға матур биҙәүес ҡуябыҙ.
Бик матур килеп сыға!"- тип өйрәтә улар.