– Беҙҙең Илсиә мәктәптә уҙғарылған бар сарала ла әүҙем ҡатнаша. Ниндәй генә эш ҡушһаң да, ихлас итеп, еренә еткереп башҡарып ҡуя. Дәрескә лә гел сәсен килештереп үреп, матур итеп кейенеп йөрөй. Ҡул эштәре буйынса түңәрәктең бер дәресен дә ҡалдырмай, – ти.
Бөгөн һеҙгә Йәшел Йылан йылында тыуған, аш-һыуға маһир Илсиәнең бәлеш бешереү ысулын өйрәтәбеҙ.
Бәлешкә ҡамыр баҫыу өсөн 200 грамм аҡ май йәки кефир, 200 грамм йылы һыу йәки һөт, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм самалап он кәрәк буласаҡ. Эслек өсөн 1 килограмм ҡош ите (өйрәк, ҡаҙ), 1 килограмм картуф, 2 баш һуған, 1 ҙур кишер (теләк буйынса), әҙерәк аҡ май (үҙегеҙ самалағыҙ), тоҙ һәм борос алына. Бәлеште әҙерләп бөткәс, 180 градус эҫелектәге мейестә 2 сәғәт бешерәбеҙ, сәғәт ярым үткәс, эсенә кәрәгенсә һурпа өҫтәйбеҙ. Шунан өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап, мейестә йәнә 30 минут бешерәбеҙ.