Илүзә III "В" синыфында яҡшы билдәләргә өлгәшә. Ҡағыҙҙан төрлө һындар эшләй. Төрлө байрамдарға арналған асылмалары башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Ирәндек — I "В" синыфы уҡыусыһы. Бейергә ярата, тхэквондо менән шөғөлләнә. Рухлы ҡыҙ һәм малай Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем ала.
Финанс университетының Өфө филиалында биология һәм химия фәндәренән уҡытҡан әсәй кеше ҡул эштәренә лә оҫта. Ул ҡорғандар тегә. Ғаиләһен милли аштар менән һыйлай. Балалары менән дә яңынан-яңы шөғөлдәр уйлап табып ҡына торалар. Яңыраҡ гипстан биҙәүестәр һалыр өсөн төрлө һындарҙағы һауыттар, шәмдәр эшләргә өйрәнгәндәр. "Уртаҡ шөғөл араларҙы яҡынайта. Ҡул эше менән булашҡанда төрлө темаларға һөйләшәбеҙ.
Илүзә менән Ирәндек үҙҙәре лә эҙләнергә ярата. Кәңәштәрен дә бирәләр. Яңы эшкә тотонғанда, гипстан эшләгән һауыттарҙың буяуҙары кибә башлаһа, сағыу төҫтәрен юғалта ла ҡуя икәнлеген аңланыҡ. Илүзә: “Төҫлө ҡәләмдәрҙе ҡуланайыҡ”, — тине. Интернеттан ҡараған икән. Ярҙам итте. Иң мөһиме балалар ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәйҙәр. Кистәребеҙ күңелле, файҙалы үтә", — ти Альбина Рәсүл ҡыҙы.
Ысынлап та, кеше эҙләнгән һайын матурлыҡты күрергә өйрәнә. Күңеле лә яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла башлай. Үҙ ҡулдары менән илһамланып эшләгән әйберҙәрен, Илүзә менән Ирәндек, дуҫтарына, туғандарына бүләк тә итә. Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр ҡабатланмаҫ булыуы менән дә үҙенсәлекле.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
Өфө ҡалаһы.