Шулай уҡ мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ул икеләтә файҙалы. Талҡан түбән калориялы булыуына ҡарамаҫтан, бик туҡлыҡлы. Ата-бабаларыбыҙ юлға сыҡҡанда кипкән ҡорот менән был ризыҡты ла алыр булған. Магазинда талҡандың йәнең теләгәнде һатып алырға мөмкин.
Айгизә Дауытова – Ейәнсура районының Ибрай мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы. Аш-һыуға оҫта ҡыҙ бөгөн беҙгә заманса талканелло эшләргә өйрәтә.
– Бының өсөн мотлаҡ «Талҡан-Шифа»ны алыу кәрәк. Әйткәндәй, ул беҙҙә етештерелә һәм шыттырылып эшләнелә. Яҙыусы, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева талҡандан бик күп ризыҡтарҙың рецебын белә. Талканеллоны ла әҙерләргә лә ул өйрәтте.
1 банка ҡуйыртылған һөт, бер аҙ какао, грек сәтләүеге, 1 ҡап кокос таяҡсалары (кокосовые стружки) кәрәк була.
Тәүҙә ярты ҡап талҡанды сөмөрәк һауытҡа һалдым. Уға самалап какао, бер аҙ шәкәр ҡушып бутаным (шәкәр һалмаҫҡа ла мөмкин). Артабан ҡуйыртылған һөттө өҫтәйбеҙ. Ҡуйы ғына масса килеп сыға. Шунан сәтләүектәр һалып, бәләкәс кенә йомроҡастар яһап, кокоста тәгәрәтәбеҙ һәм матур һауыттарға теҙәбеҙ.
Бына шулай әҙерләнә үҙебеҙсә үҙенсәлекле, файҙалы ризыҡ талканелло. Йәһәт кенә эшләнгән был ашамлыҡ ифтарға ла, сәхәргә лә шәп. Сифатлы, шифалы, файҙалы талҡан ризыҡтары һәр саҡ табыныбыҙҙың түрен биләһен, иң яратҡан ризығыбыҙға әүерелһен.