-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәттә сынығып үҫә малайҙар

Миәкә районы Боғҙан ауылында йәшәүсе Гүзәлиә һәм Ирнис Зариповтар гөрләтеп донъя көтә. Ғаиләлә береһенән-береһе тырыш 5 бала тәрбиәләйҙәр.

Хеҙмәттә сынығып үҫә малайҙар
Хеҙмәттә сынығып үҫә малайҙар

Улар – Данис, Дияс, Илзирә, Данир һәм Инзилә. Бөгөн Дияс менән Данир тураһында булыр һүҙебеҙ. Дияс Тамъян-Таймаҫ мәктәбенең X синыф уҡыусыһы булһа, Данир II синыфта белем ала.

Ирнис Марат улы – булдыҡлы ғаилә башлығы, үрнәкле атай. Уның белмәгән эше юҡ, ҡулдары алтын. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, улдары ла аталарына оҡшап, һәр эштең рәтен белеп үҫеп килә. Малайҙар – йорт эштәрендә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсылары. Зариповтарҙың хужалыҡтары ла бик ҙур. Эш тә күп. Әммә егеттәр бар булған эште «һә» тигәнсе башҡарып та ҡуя.
– Хеҙмәт кешене сыныҡтыра. Эштең бер ни ауырлығы юҡ. Киреһенсә, саф һауала рәхәт бит ул, – тип йылмая Дияс.
Әле малайҙар аталары менән йорт алдарын, баҡсаларын көҙҙән ҡалған сүп-сарҙан таҙартты. Йорт тирәһендә тәртип урынлаштырғас, бар тирә-яҡ балҡып тора.

Хеҙмәттә сынығып үҫә малайҙар
Хеҙмәттә сынығып үҫә малайҙар
Хеҙмәттә сынығып үҫә малайҙар
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас