Яҡташтар һынатманы

Быйыл технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы Ҡазан ҡалаһында үтте.

Яҡташтар һынатманыЯҡташтар һынатманы
Яҡташтар һынатманы

       Башҡортостандың оҫта ҡуллы, һәләтле уҡыусылары һынатманы. Һөҙөмтәлә етәүһе призлы урындар алды. Улар  ̶  «Йорт, дизайн һәм технологиялар» номинацияһында Өфөләге 5-се лицейҙан Дарья Ядыкина, Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһынан Карина Гәрәева, Дыуан районы Мәсәғүт лицейынан Евгения Корякина; «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» номинацияһында Стәрлетамаҡтағы 4-се гимназияһынан Линар Искәндәров, Өфөнөң 161-се лицейынан  Антон Зуев; «Техника, технологиялар, техник ижад» номинацияһында Стәрлетамаҡтағы В.А.Секин исемендәге 3-сө лицейҙан Константин Лежнев, 4-се гимназиянан Андрей Буранғолов. 

      Олимпиадала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 800 уҡыусы ҡатнашҡан.  Рәсәй кимәлендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән республикабыҙ уҡыусыларын һәм уларҙың остаздарын ҡотлайбыҙ.

Фото: avroracenter.

Яҡташтар һынатманы
Яҡташтар һынатманы
Яҡташтар һынатманы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас