– Әсе ҡатыҡты ағас көбөгә һалдым, уға ҡайнап һыуытылған һыу ҡояһың. Май бешкән һыуҙы ла әсәйем ҡушып ебәрә. Ҡаты ҡаймаҡты ла һалып ебәрәбеҙ. Ҡаймағынан – күбекмай, ә һыуынан айран килеп сыға. Ул яҙылғансы бешәһең дә ҡойоп эсәһең. Әгәр ҙә һыуытҡысҡа ултыртып ҡуйһаң, ошондай эҫе көндә хәтәр тәмле, һыуһынды ла ҡандыра, туҡлыҡлы ла, – ти ул.
Айран – һаулыҡ өсөн файҙалы эсемлек, ашҡаҙандың эшмәкәрлеген көйләй, унда кальций күп. Ә ул витаминдар һөйәктәр өсөн бигерәк тә кәрәк.
Айранды төрлөсә эсергә мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр уға үлән өҫтәй, ҡайһылары емеш ҡуша. Минең әсәйем айранға бер аҙ ҡурай еләге ҡуша, бик тәмле була!
Айназ менән Айгиз – игеҙәктәр, VI синыфты тамамлағандар. Эшһөйәр егеттәр йәй көтөү ҙә көтәләр, мал ҡарайҙар, емеш-еләк йыйырға ла состар. Айназ грек рим көрәше буйынса шөғөлләнә. Айгиз иһә робототехника ярата. Телефондар йүнәтә, машинала ла соҡсона.
Бына шундай шәп егеттәр үҫә!