-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бар яҡтан да өлгөлө

Далиәр Ҡурамшин – шундай эшсән, үҙе һөйкөмлө, ихлас малай инде. Исеме лә матур үҙенең. Атаһы менән әсәһенең Данис һәм Лилиә исемдәренән килеп сыҡҡан: Да — лиәр.

Бар яҡтан да өлгөлө
Бар яҡтан да өлгөлө

Ул Туймазы районы Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгенең III синыфын тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Уҡытыусыһы Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина үҙен маҡтап:
— Далиәр дәрестә тиҙ генә яңы теманы үҙләштерә, таҡтаға сығып, матур итеп яҙырға ла өлгөрә, өйгә эштәрен дә теүәл башҡара. Бар яҡтан да өлгөлө бит ул, — ти.
Был малай әсәһенең аш-һыу бүлмәһендә лә гел ярҙам итә. «Эшләп ашаһаң, бик тәмле була», – ти әле үҙе. Әле үк төрлө бәлеш, ҡоймаҡ, майикмәк бешерергә, эремсек яһарға өйрәнгән.
Ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнә. Дилара, Камил һәм иң кеселәре – Далиәр.
Ҡурамшиндар күпләп мал-тыуар аҫрағас, барыһы ла бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә. Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуар кәртә-ҡураға ингәс, йылҡы малына, пониға, һыйыр, быҙауҙарға кем бесән һала, тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, Далиәр! Ул бар ергә лә өлгөрә бит. Синыфташы, дуҫы Искәндәр Бәҙретдинов уның хаҡында:
– Дуҫым менән ғорурланам, белмәгән нәмәһе юҡ. Аш-һыуға ла оҫта үҙе. Тырыш, уңған дуҫымды синыфта барыбыҙ ҙа яратабыҙ, — ти.
Бына шундай шәп малай үҫә Туймазы районында. Дуҫтар, ә һеҙҙең яҡта бармы ошондайҙар? Булһа, беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ тиҫтерҙәрегеҙ хаҡында.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас