Ошо шөғөлдә маһирҙар йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты, ҡулдарынан килгән оҫталыҡты башҡалар менән дә бүлешә. Шундайҙарҙың береһе — Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының VI «А» cиныфын тамамлаусы Диләфрүз Шафиева.
Был ҡыҙ бәләкәйҙән бәйләүгә, тегеүгә бик оҫта. Уның теккән сумкалары, итәктәре, топиктары күҙҙең яуын алырлыҡ. Ырғаҡ менән бәйләгән ултырғыс япмалары, уйынсыҡтары, башлыҡтары ла бихисап. Тегелгән түшелдеректәре лә матур, яратып үҙ ҡулы менән яһаған ҡурсаҡтары, уйынсыҡтары ла бик күп икән.
—Әгәр ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуың бар икән, илһам үҙенән-үҙе килә. Ижад емештәрең дә оҙаҡ көттөрмәй, – ти тырыш ҡыҙ.
Ярай әле эргәһендә әсәһе бар. «Өйрән, ҡыҙым, өйрәнгәнең үҙең өсөн кәрәк булыр!»— тип ул Диләфрүзде дәртләндереп кенә тора. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға ла әҙер.
Бар ергә өлгөр ҡыҙ Балалар ижады үҙәгендәге «Тегеү» түңәрәгенә ихлас йөрөй. Өйҙә үҙенең тегеү машинаһы бар. Буш ваҡыттарында тиҙ генә кәрәкле әйберҙәр тегеп тә ҡуя.
— Яҙғыһын ал төҫтәге тауар һатып алғайным, әле шунан йәйге кейем тегәм, — тип яңылыҡтары менән бүлеште ул.
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, ижад ҡомарың һүнмәһен, Диләфрүз!