-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Айхан баҡса үҫтерә

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Айхан Ғималдинов Үтәймулла ауылына ҡайтып, олатаһы менән өләсәһенә көҙгө уңышты йыйышҡан.

Айхан баҡса үҫтерә
Айхан баҡса үҫтерә

Әлбиттә, ул көндө башҡа туғандары ла ярҙам иткән. Уңыш та мул ғына! Шулай булмай ни, Айхан йәй буйы тырышты бит. Ҡыйын утаны, һыуын да ҡойҙо. Бигерәк тә ҡабаҡтары уңды. Уларҙы олатаһы менән өләсәһенең малдары рәхәтләнеп ашар әле. Айхан был башҡарған эше менән Ололар көнө алдынан олатаһы менән өләсәһен бик ныҡ ҡыуандырған. Өләсәһе гел ейәнен: «Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең – үҙең өсөн», – тип дәртләндереп кенә тора икән.
Айхан – тырыш, сос, ярҙамсыл һәм һөймәлекле малай. Үҙе бейергә ярата. Бигерәк тә халыҡ бейеүҙәре менән мауыға. Иң яратҡан фәне – математика. Бар мәсьәләләрҙе тиҙ генә сисеп ҡуя. Иғтибарлы ағай ҙа була белә. Ҡустыһы Азатты уҡырға өйрәтеп, ҡарап ҡына йөрөтә.
Бына шундай тырыш, бар яҡтан да өлгөлө малай уҡый гимназияла. Танып ҡуйығыҙ!

Айхан баҡса үҫтерә
Айхан баҡса үҫтерә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас