-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алтынай ағаһы менән пицца бешерә

Алтынай Теләүсина — Баймаҡтағы 4-се лицейҙың V cиныф уҡыусыһы. Ул «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.

Алтынай ағаһы менән пицца бешерә
Алтынай ағаһы менән пицца бешерә

Был ҡыҙ үҙенә бик талапсан ғына. Өйгә бирелгән эштәрҙе тиҙ генә башҡарып ҡуя. Тарих фәне менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Өҫтәмә китаптар уҡый, үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәр йыя. Бейергә лә ярата. Лицейҙа бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Белем усағында, интернет селтәрҙәрендә ойошторол­ған төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып ҡына тора. Әйткәндәй, беҙҙең гәзит үткәргән конкурс­тар­ҙа ла үҙен һынап ҡарай. Йәйгеһен ул «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡолаҡсын отҡайны. Яугирҙарға хаттар ҙа яҙа. Беҙ ойошторған изгелек акцияһында теләп ҡатнашты.
Алтынай – өйҙә лә әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һаба йыуа, ҡош-ҡорттарҙы ҡараша.
Өйҙәренә китапхананан күп итеп китап яҙҙырып алып ҡайта. Айырыуса әкиәттәрҙе ярата, һеңлеһе Азалиәгә лә шуларҙы ҡысҡырып уҡый, һүрәттәрен күрһәтә.
Тағы бер ҡыҙыҡһыныуы бар: ул бешеренергә әүәҫ. Әле һеҙгә үҙе белгән пицца әҙерләү рецебын тәҡдим итә. Уны ошо уҡ лицейҙың VII cиныфында уҡыған Сыңғыҙ ағаһы менән икәүләп бешерәләр. Тағы ла Алтынай әсәһенә ҡомалаҡ менән күпереп торған икмәк тә бешерешергә ярҙамлаша. Тиҙҙән үҙе генә лә тотоноп ҡарар әле. Оҫтарғандан-оҫтара бара бит ул тырыш, аҡыллы ҡыҙ.

Пицца бешереү өсөн кәрәк буласаҡ: 1 стакан йылы һыу (200 миллиграмм), 5 грамм ҡоро сүпрә, ярты балғалаҡ тоҙ, 2-3 ҡалаҡ көнбағыш майы, 320-350 грамм он.
Был ҡамыр 2 ҙур булмаған йәки 1 ҙур пиццаға етә.
Эслек өсөн: үҙегеҙ яратҡан сыр (моцарелла, гауда), самалап колбаса, тоҙло ҡыяр, помидор, томат пастаһы.
Әҙерләү ысулы: йылы һыуға сүпрәне, тоҙҙо, көнбағыш майын ҡушып болғатырға. Иләнгән ондо ҡуша-ҡуша йомшаҡ ҡамыр баҫыр­ға. Өҫтөн ҡаплап ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Шунан ҡамырҙы ҡул менән йоҡа итеп йәйергә. Өҫтөнә томат пастаһы һыларға. Әҙерәк ҡырғыс аша үткәрелгән сыр­ҙы һипкәс, эслекте һалыр­ға.
200 градусҡаса ҡыҙған мейескә 20-25 минутҡа ултыртырға.
Бешкән пиццаны мейестән сығарғас, ҡал­ған сырҙы өҫтөнә һалырға. Шунан ҡыҙыу­лыҡты кәметеп, йәнә 2-3 минутҡа мейескә ҡуйырға ла, бөтөнләй һүндереп, сыр ирегәнсе тотоп алыр­ға.

Алтынай ағаһы менән пицца бешерә
Алтынай ағаһы менән пицца бешерә
Алтынай ағаһы менән пицца бешерә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас