-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Төрлө яҡлап һәләтле

Бәләкәй милләттәштәребеҙҙең халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫергә ынтылыуы ҡыуандыра. Уларҙың береһе – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III«В» синыфынан Мәҙинә Юлбирҙина.

Төрлө яҡлап һәләтле
Төрлө яҡлап һәләтле

Бөтә фәндәрҙән дә «бишле»гә генә уҡый. Шулай ҙа иң яратҡан дәресе – математика. Шахмат түңәрәгендә шөғөлләнә. «Тамыр» йыр ансамблендә йырлауына дүрт йыл инде. 

Йырлай, матур бейей, шиғырҙы оҫта һөйләй ул. Район, ҡала конкурстарында ҡатнашып, I урындар ала. Яңыраҡ «Илһам» ҡала бәйгеһендә Кәтибә Кинйәбулатованың «Таҡмаҡсы ҡыҙ» шиғырын һөйләп еңеүсе булған. Ҡумыҙҙа ла уйнап, бейеп, бик матур итеп, килештереп сығыш яһаған. Һәләтле кеше бөтә яҡлап та һәләтле була, тиҙәр бит. Был һүҙҙәр Мәҙинәгә лә ҡағылған кеүек. Тырыш, өлгөр, ҡыҙыҡһыныусан, сағыу тауышлы ҡыҙ гимназия сараларында һәр саҡ бик әүҙем ҡатнаша. Йәйге көндөҙгө лагерҙа йөрөгәндә, Гүзәллек бәйгеһендә лә Гран-при алған. Ҡумыҙы, хайраны һәр ваҡыт бергә. Тағы бер үҙенсәлеге бар уның сығыштарының: гел үҙе эшләгән милли биҙәүестәрҙе тағып сыға сәхнәгә. Сәсмәүер, хәситә, ҡаптырма… Әсәнән күргән тун бескән, тиҙәр. Мәҙинәнең сәнғәткә, ҡул эштәренә һөйөүе әсәһенән киләлер. Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡумыҙ буйынса республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Балаларҙы ла ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә, төрлө йолаларыбыҙҙы, байрамдарға ҡарата инсценировкалар сәхнәләштерәләр. Мәҙинә лә әсәһе алып барған «Аҡйондоҙ» ижад студияһында шөғөлләнә. «Фольклор сәнғәте» һәм «Илһам» ҡул эштәре түңәрәктәрен берләштерә ул. Балалар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәрен эшләй. Милли биҙәктәр һалып, уйынсыҡтар ҙа яһайҙар. Мәҫәлән, башҡорт бесәйен эшләгәндәр. Ҡул эше, әлбиттә, оҫталыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ талап итә. Ә һөҙөмтәһен күреү күңелгә айырым бер кинәнес, шатлыҡ өҫтәй. Етәкселәре Ләйсән Юлбирҙина биҙәүестәр яһағанда уларҙың тарихы, нимәгә кәрәклеге тураһында ла тәфсирләп һөйләй. 

– Хатта түшелдеректең төҙөлөшө лә ныҡлы уйлап эшләнгән икән. Һәр биҙәүес – үҙе бер тарих. Бер дәрестә фетрҙан сәс өсөн резинкалы сулпылар эшләнек. Сулпылар өсөн мәрйендәр, тәңкәләр, матур төҫлө таштар ҡулландыҡ, – ти Мәҙинә.

Яңыраҡ уҡытыусыһы Гөлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлиховаға ла милли стилдә яһаған ҡаптырма бүләк иткән. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынғас, киләсәктә тағы ҡатмарлыраҡ әйберҙәр яһар әле. Шул рәүешле башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген, тарихын һаҡлауға үҙ өлөштәрен индерер. Афарин, Мәҙинә, күҙ теймәһен үҙеңә, киләсәктә лә шундай шәп, милли рухлы башҡорт ҡыҙы булып ҡал!

Төрлө яҡлап һәләтле
Төрлө яҡлап һәләтле
Төрлө яҡлап һәләтле
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас