-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рушананан өлгө алығыҙ

Мал йәнле бер ҡыҙ йәшәй Дыуан районында. Бигерәк тә аттарҙы ярата, хатта уларға арнап бик күп шиғыр ижад иткән. Кем ха­ҡында һүҙ бара, тиһегеҙме?

Рушананан өлгө алығыҙ
Рушананан өлгө алығыҙ

Таныш булығыҙ: Рушана Ғилманова - Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика ин­тернат-лицейының VIII «Б» синыфы уҡыу­сыһы.
– Миңә бында ныҡ оҡшай. Уҡытыусылар ҙа яҡшы уҡыта, тәрбиәселәрем дә йөрәк йылыһын йәлләмәй. Тырышып белем алам, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм. Иң ярат­ҡан фәндәрем – баш­ҡорт теле, биология һәм физкультура дәресе.
Лицейҙа һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы уҙа. Мин бейеү, бәйләү түңәрәктәренә һәм еңел атлетика секцияһына йөрөйөм.
Тағы ла тәбиғәт күренештәрен күҙәтергә яратам. Өләсәйем менән йәйгеһен бергәләп еләк йыябыҙ, күп итеп ҡайнатма әҙерләйбеҙ. Тегергә, сигергә, бәйләргә әүәҫмен. Олатайымдың тыуған көнөнә — ойоҡбаш, ҡустыма түбәтәй бәйләнем әле.
Баҡсала, йортобоҙ алдында сәскәләр үҫтерәм. Йәнә мөкиббән киткән бер шөғөлөм бар: йәй көндәре аттарҙы үҙем ҡарайым, яландан алып ҡайтам. Улар яндарына килгәнемде көтөп кенә тора. Кеҫәмдәге шә­кәр­ҙе һиҙәләр, ахырыһы.
Минең шиғыр­ҙар яҙылған бер дәфтәрем тулды инде. Кү­ңелемә ил­һам кил­һә, үҙенән-үҙе юлдар теҙелә. Һеҙгә ебәрермен әле, – ти шиғри кү­ңелле ҡыҙ Рушана.
Яңы йыл алдынан ул Рамир ҡустыһы менән өйҙәренә шыршы ултыртҡан. Уны матур итеп биҙәгәндәр.
Рушана яратҡан атына арнап шиғыр ижад иткән. Уҡып ҡарағыҙ әле, дуҫтар!

Ат йылы килде, атайҙар,
Күпләп һоло алайыҡ.
Ашаһын йылҡылар,
Мул-мул итеп һалайыҡ.

Кибеттән һатып
алдым
Шәкәрҙе оҙаҡ һайлап.
Ҡолоном бит бик ярата,
Ашаһын әле тәмләп.

Хуш еҫле бесәнде лә
Олатай һала күпләп.
Ашағыҙ һеҙ, малҡайҙарым,
Илгә тыныслыҡ теләп!

Рушананан өлгө алығыҙ
Рушананан өлгө алығыҙ
Рушананан өлгө алығыҙ
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас