Тырыш ҡыҙ ҡышҡы каникул көндәрендә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында өләсәһе һәм ҡартәсәһе янында ял иткән.
– Каникул көндәрен ауылда үткәрергә яратам. Унда тыныс, саф һауа. Теләһәң – тауҙан, теләһәң – боҙҙа шыуаһың. Ауылдағы дуҫ ҡыҙҙар менән рәхәтләнеп уйнайһың, яңылары менән танышаһың. Өләсәй менән ҡартәсәйгә лә ярҙам итәм: саң-туҙан һөртәм, һауыт-һаба йыуам, ҡош-ҡортҡа ем бирәм, малдарҙы ҡарашам. Эштән ҡурҡып тормайым. Күңел биреп башҡарһаң, бер ауырлығы ла юҡ.
Өләсәйемдең дә, ҡартәсәйемдең дә исеме бер иш – Рәйсә. Ғүмер буйы мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Уларҙан мин төрлө эшкә өйрәнәм. Хатта хәҙер бәйләй һәм тегә лә беләм. Кистәрен өҫтәл уйындары уйнайбыҙ. Бергәләп бешергән тәмлекәстәребеҙ менән һыйланабыҙ. Тышҡа сыҡһаҡ, урамдағы эштәрҙе барлайбыҙ: һыуға барабыҙ, мал һуғарабыҙ, кәртә тирәһендә булышабыҙ.
Өләсәйемдең Ҡарасман ҡушаматлы бесәйе булһа, ҡартәсәйемдең Лайка исемле эте бар. Улар менән күңелле, бергәләп уйнайбыҙ.
Бына шулай файҙалы һәм күңелле итеп үткәрәм мин каникул көндәремде, – ти Әмилә.
Әйткәндәй, был тырыш ҡыҙ ауылда һуғым ваҡытына тура килеп, йылҡынан ҡаҙы эшләргә өйрәнгән. Ҡаҙы майы менән ит тултырылған эсәкте бәйләп торған. Маладис, Әмилә, тағы бер эштең рәтенә төшөнгәнһең икән. Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең – үҙең өсөн, тиҙәр бит. Эйе, хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына шул. Эште бәләкәйҙән белеп үҫеү файҙаға ғына инде.
Зөһрә ХӘКИМОВА.