Ошо осраҡтарҙа ҡайһы бер гөлдәрҙе яҙҙы көтмәй, әле үк икенсе һауытҡа күсереп ултыртырға мөмкин:
–тамырҙары күренеп торһа;
–һыу һипкәндә, тиҙ генә һеңһә;
– ашламалар индереүгә ҡарамаҫтан, үҫемлек үҫеүҙән туҡтаһа;
–тупрағынан насар еҫ килһә йә үңәҙ менән ҡапланһа;
–һауытҡа һыймай башлаһа.
Матур итеп сәскә атып ултырған гөлдәргә, әлбиттә, теймәй торорға кәрәк. Ҡыш көнө уларҙың урынын алмаштырырға кәңәш ителмәй. Сөнки япраҡтары яҡтыға боролоп үҫә, ә күсергәс, һабаҡтары зәғифләнеүе бар. Әйткәндәй, гөлдәр сәскәгә күмелеп ултырһын өсөн ябай ғына ашламалар һибеп тороу ҙа етә. Мәҫәлән, һыуға әҙ генә шәкәр ҡомо ҡушырға мөмкин, татлыны улар ҙа ярата икән. Йә 1 литр һыуға 1 төймә аспирин иҙеп һалығыҙ. Бер банан ҡабығын бер көнгә литрлыҡ банкаға һалып ҡуйһаң да, бына тигән ашлама килеп сыға. Шуны һипһәгеҙ, гөлдәрегеҙ матурайып, сәскәгә бөрөләнеп китер.