Ул үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай, эҙләнә, яңы шөғөлдәре менән башҡаларҙы ла илһамландыра.Таңсулпан һәм Салауат Буранбаевтар ғаиләһендә биш бала үҫә: Әҙилә, игеҙәк егеттәр Шайморат менән Ишморат, Йәмилә һәм Батырхан. Әҙилә – туғандарына өлгөлө апай. Әсәһе Таңсулпан Әғләм ҡыҙын күптәр башҡорт халыҡ биҙәүестәре эшләгән оҫта ҡуллы, ҙур ҡурсаҡтары менән байрамдарҙы йәмләгән эшҡыуар һәм үҙҙәренең ғаиләһен күрһәтеп барған блогер итеп белә. Оло ҡыҙы уның төп ярҙамсыһы икән.
Район үҙәгендәге «Йәшлек» үҫмерҙәр бейеү ансамбленә йөрөгән Әҙилә бер мәәсәһенә: «Әйҙә, милли биҙәүестәр эшләп ҡарайыҡ», – тигән һәм был эшкә күп уйлап тормай тотонғандар ҙа. Хәҙер ҡыҙ уларҙы сәхнәгә, мәктәптәге төрлө байрамдарға ла тағып йөрөй. Үҙе менән ансамблдә бергә шөғөлләнгән ҡыҙҙарға ла бер иштән яһап бирә. Бөрйән районында ҙур матур Ҡурсаҡ, Ҡуянҡай, Айыухан төрлө байрамдарҙың биҙәгенә әйләнә. Оло йөрәкле Буранбаевтар Белорет ҡалаһында урынлашҡан балалар йортона йылына бер нисә тапҡыр барып, унда бушлай байрамдар ойоштороп китә. Ошондай сараларҙа Әҙилә әсәһенең уң ҡулына – төп ярҙамсыһына әйләнә икән. Ҡурсаҡтарҙы ҡараша, фото, видеоға төшөрә, уларҙы монтажлап һалырға ярҙам итә. Йәнә әсәһенең битләүҙәрендә Әҙиләнең төрлө ризыҡтар әҙерләгәнен күрергә була. Уңған ҡыҙ интернеттан ниндәйҙер рецепт таба ла шуларҙы бешереп ҡарай.
– Әҙилә нимә күрә, шуны тиҙ генә отоп ала. Ашһыу бүлмәһендә барлыыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, үҙе бешерә, ғаиләбеҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Беҙ маҡтай-маҡтай ашаһаҡ, күңеле үҫеп китә. Яңыраҡ ял ваҡытында Яңы Мөсәттә йәшәгән олатаһы менән өләсәһе янына ҡунаҡҡа барып килдек. Ғүмере буйы башланғыс синыф уҡыусыларына белем биргән әсәйем Светлана Сабирйән ҡыҙы менән икеһе ултырып алдан башлаған стилләштерелгән милли биҙәүестең осона сығып ҡуйҙылар. Өләсәһе ыуыҙ һөтөн биреп, ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән бүлешеп ҡайтарҙы. Әҙилә иһә киске ашҡа был ризыҡ менән беҙҙе һыйлап та ҡуйҙы. Һеңле-ҡустыларының шундай хәстәрле апайҙары барлығына шатланам. Уның бар башланғысын, идеяларын хуплап ҡына торам, – ти әсәһе Таңсулпан Әғләм ҡыҙы.
Әҙилә мәктәптә лә тырышып уҡый. Бигерәк тә география, тарих фәндәре менән ҡыҙыҡһына. Төрлө илдәр, уларҙың үткәне, бөгөнгөһө менән таныша. Буранбаевтар балаларының каникул мәлдәрендә республика буйлап төрлө иҫтәлекле урындарға йөрөй, тәбиғәт ҡомартҡыларын күреп ҡайта. Ғөмүмән, бергәләп ял итеү, көндәлек эштәрҙе башҡарыу уларҙың ғаиләһендә матур йолаға әүерелгән. Ошондай өлгөлө ғаиләлә үҫкән Әҙиләнең киләсәктә аҡыллы, рухлы ҡыҙ булып үҫеүенә шик юҡ.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.