Дәрес барышында милли кейемдең үҙенсәлектәре, тарихы тураһында ла һөйләне ул. Был көндө ҡыҙҙар кейемдәрҙе заманса биҙәргә, уларға тәңкәләр тегергә өйрәнде. Ҡыҙҙарҙы заманса нисек оҫта итеп биҙәргә лә өйрәтте. Тәңкәләр ҙә тегеп, бына тигән биҙәүесле лә булды улар.
– Бындай матур биҙәүестәр хәҙер көндәлек кейемдәребеҙҙе лә биҙәп торор, – тип ҡыуаныстары менән бүлеште ҡыҙҙар.