Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп

Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, түшелдерек, һаҡал кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү яңы һулыш кисерә.

Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күпГүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп
Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп

Матурлыҡ тыуҙырыусылар ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты, ҡулдарынан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп баш­ҡалар менән дә бүлешә.
Баймаҡ районы Өмөтбай мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Гүзәлиә Садиҡова ла – шундай­ҙарҙың береһе. Ул белем усағында гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала районда өс йыл рәттән еңеүсе бул­һа, республика кимәлендә өс тап­ҡыр призёр (уҡытыусыһы – Альбина Садиҡова). Ошо фәндән федераль олимпиадала III дәрәжә диплом яулаған. Ғилми эҙләнеү эштәрендә һынатмай, район, республика һәм төбәк-ара конкурстар­ҙа еңеп сыға. «Игебай уҡыуҙары»нда, «Бикбай уҡыуҙары»нда һәм Кесе фәндәр академияһы үткәргән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла әүҙемлек күрһәтә.
Тырыш һәм өлгөлө уҡыусы үҙенә киләсәккә ҙур маҡсат алған. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына имтихан­һыҙ уҡырға инергә ниәтләй һәм шуның өсөн ныҡ тырыша ла.
Саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән Гүзәлиә үҙенең ярат­ҡан шөғөлөнә тотона. Ул бының менән бала саҡтан мауыға. Гүзәлиә күлдәктәргә, футболкаларға, лонгсливтар­ға биҙәктәр һала, башлыҡтар бәйләй. Хатта шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова алып барған «Нурлы тирмә»лә өс курс тамамлап, сертификатлы булған. Шулай уҡ фотошоп программаһын үҙләштереп, башҡорт телендә өҫтәл уйындары, заказға башҡортса яҙыуҙар, фото менән брелоктар, стикерҙар эшләргә өйрәнгән. Үҙ ҡулдары менән теккән яғалары, йомшаҡ уйынсыҡтары һәм ҡурсаҡтары бигерәк матур килеп сыға! Гүзәлиәнең даими заказ биреүселәре лә бик күп.
– Яратып баш­ҡарған шө­ғөл-дәреңә кү­­ңелең тарт­һа, эштәр үҙенән-үҙе матур килеп сыға ул, – ти Гүзәлиә йылмайып.
– Өйрән, ҡы­ҙым, эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн кәрәк, – тип ҡыҙын әсәһе лә дәртләндереп кенә тора.
Ул – өс һеңлеһенә өлгөлө апай, ата-әсәһенең ышанысы һәм терәге.
Афарин, Гүзәлиә! Матур хыялдарың тормошҡа ашһын!

 

  Зөһрә ХӘКИМОВА.

Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп
Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп
Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп
Гүзәлиәнең заказ биреүселәре лә күп
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас