

Салауат районы Янғантау мәктәбенең IV «Б» синыфы уҡыусылары дәрестәрҙә ата-бабалар тарихын өйрәнеп кенә ҡалмай, үҙ ҡулдары менән ҡыҙҙар өсөн стилләштерелгән башҡорт биҙәүестәрен эшләргә тотонған.
– Бүлмәлә эш ҡайнай! Уҡыусыларымдың күҙҙәре яна, ә бармаҡтары үҙенән-үҙе тәңкәне тырышып тегә. Әлбиттә, матур килеп сыҡһын өсөн ҡыҙҙар эшкә етди тотона. Ә малайҙарыбыҙ һуң! Улар инде ысын ир-ат оҫталығын күрһәтте лә ҡуйҙы! Дизайнға үҙ идеяларын индереп кенә ҡалманы, тағы икенсе башҡарыу юлдарын эҙләп, гөж килде. Ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес ине! Матурлыҡты булдырыу – тик ҡатын-ҡыҙ эше генә, тип кем әйтте икән? Беҙҙең малайҙар киреһен иҫбатланы. Эйе, боронғо һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен үҙләштереү еңел түгел, әммә балаларҙың һәләтенә көнләшергә генә ҡала, — ти уҡытыусылары Земфира Кәримова.
Биҙәүестәре матур ғына күренә. Әлбиттә, ижад емештәре камил уҡ булмаһа ла, улар үҙ халҡының мәҙәниәтенә ихтирамын күрһәтеп, эштәрен күңел һалып башҡарғандары маҡтауға лайыҡ. Бәлки, кемдер өсөн был халыҡ ижады менән мауығыу – тәүге аҙым ғыналыр. Иң мөһиме – яратып башҡарылды бит. Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән менән әҙерләгән биҙәүестәрен әсәйҙәренә бүләк иткән.
Бына шулай йолаларҙы хөрмәт итеп, үҙ ҡулдары менән мөғжизә булдырырға тырышҡан алмаш үҫеп килә Янғантау мәктәбендә.