

Уларҙы киләһе миҙгелгә тиклем нисек һаҡларға? Беренсенән, ҡышҡы курткаларығыҙ таҙа булһын, йыуығыҙ йәки химик таҙартыуға тапшырығыҙ. Бысраҡ, саң көйәне тартып торғанын да онотмағыҙ.
Мамыҡ курткаларҙы формаһын юғалтмаһын өсөн вертикаль хәлдә, сепрәк чехолдарҙа һаҡлағыҙ. Свитер, башлыҡтарҙы, шарфтарҙы вакуумлы пакеттарға һалһаң, күп урын биләмәйәсәк. Тик тәбиғи мамыҡтан булғандарын ул тиклем ныҡ ҡыҫмағыҙ.
Әлбиттә, араһына көйәгә ҡаршы ҡулланма һалырға кәрәк. Шкафтың иң өҫкө кәштәһе ҡулай буласаҡ. Балкон бармай.
Әйберҙәрегеҙҙе көҙ көнө эҙләп аптырамаҫ өсөн үтә күренмәле ҡапсыҡтарға һалығыҙ.
Аяҡ кейемдәренә айырым иғтибар кәрәк. Улар формаһын боҙмаһын өсөн итек, ботинка эстәренә тығыҙ итеп ҡағыҙ тултырығыҙ. Алдан таҙартып, майлап ҡуйырға онотмағыҙ.
Фото: mebelmsk.