

Алтынай I синыфты тамаланы. «Сапсан» бейеү түңәрәгенә йөрөй, төрлө ҡул эштәренә оҫта. Апаһы Ынйы IV синыфҡа уҡырға барасаҡ. Спорт менән дуҫ, дзюдо менән шөғөлләнә. Йүгерергә лә ярата. Төрлө проекттар әҙерләү менән дә мауыға.
Был һылыуҡайҙар ял ваҡыттарын һәр саҡ файҙалы үткәрә. Әсәйҙәре менән емеш-еләктәрҙән тәмле бәлеш бешерергә ярата.
– Бының өсөн 200 грамм онға, 100 грамм аҡ май, 80 грамм шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, ҡамыр йомшартҡыс алабыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ, – ти Алтынай.
– Эслек өсөн ҡурага,ҡара өрөк , йөҙөм, грек сәтләүеге кәрәк була. Уларҙы ваҡлап турайбыҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Ынйы.
– Эслек массаһына 250 грамм ҡуйыртылған һөт, 100 грам ҡаймаҡ һәм 1 йомортҡаны блендерҙа туғып ҡушабыҙ. Әҙер ҡамырҙы табаның ситенә тиклеп йәйәбеҙ ҙә ошо массаны ҡоябыҙ. 170-180 градус ҡыҙыу мейестә 30-35 минут бешерергә кәрәк. Бик тәмле була, – тип йомғаҡлап ҡуя әсәйҙәре Зүлиә Салауат ҡыҙы.
Ҡыҙҙарҙың ялдары шулай яңы һөнәрҙәр үҙләштереү менән үтә. Ә һеҙ каникулығыҙҙы нисек уҙғараһығыҙ? Беҙгә яҙып ебәрегеҙ.