Бар яҡтан да өлгөлө ҡыҙ буш ваҡыты булыу менән әсәһенә тәм-том әҙерләшергә ярҙам итә. Сөнки ауылдаштары Асияның әсәһе Инира ханымдың тәмле итеп бешергән ризыҡтарына заказ биреп кенә тора. Оҫта бешереүсенең даны әллә ҡасан таралған инде. Дөрөҫөн әйткәндә, аят саралары, туй, килен төшөрөү, кейәү сәйе табындары Инира ханымдың бешергән төрлө тәмлекәстәре, бәлештәре, торттарһыҙ үтмәй. Шуға Асия ла әсәһенә гел ярҙам итеп, күптән оҫтарып алған. Яңыраҡ был уңған ҡыҙ май бешергә өйрәнгән. Үҙенең белмәгән нәмәһе юҡ бит әле. Һораһаң, һәр ризыҡ хаҡында матур итеп һөйләп бирә.
– Борондан ата-бабаларыбыҙ һыйыр һөтөнән төрлө ризыҡ әҙерләргә оҫта булған. Ҡаймаҡ, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, аҡ май яһағандар. Яҙ айҙарында малдар йәшел үлән ашай башлағас та, һөт һары төҫкә инә. Ундай һөттән айыртылған ҡаймаҡ та һарғылт була. Шуға ҡаймаҡтан яҙылған май ҙа һарғылт төҫтә килеп сыға бит. Аҡ майҙы ҡамыр ризыҡтарын бешергәндә ҡулланабыҙ. Әлбиттә, ҡышҡылыҡҡа ла йыябыҙ, – ти Асия. – Тәбиғи ысул менән әҙерләнгән май тәмле лә, шифалы ла була. Әле йәй әсәйем миңә лә ҡаймаҡтан май бешеү серҙәрен өйрәтте. Эшкә тотоноп ҡараным. Беренсе тапҡыр ғына бешһәм дә, май еңел яҙылды, айраны тиҙ сыҡты. Эшемдең һөҙөмтәһен күреп, ныҡ шатландым.





























