

Һәйбәт уҡыйҙар, ҡул эштәренә оҫталар, әүҙемдәр, бер эштән дә ситтә ҡалмайҙар. Кемдәр, тиһегеҙме? Йөйәк мәктәбенең уңған, алдынғы уҡыусылары Айзилә Мөхәрләмова, Әминә Йәнмырҙина һәм Нәзилә Рәхмәтуллина. Был ҡыҙҙар конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар ала. Гел грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡайталар.
Ә ҡул эштәре һуң! Тегәләр ҙә, бәйләйҙәр ҙә – барыһын да булдыралар. Һеҙ һүрәттә күргән беләҙектәрҙе махсус хәрби операцияла йөрөгән ағайҙар өсөн әҙерләгәндәр. Ул өс метрлыҡ ныҡлы бауҙан үрелә. Нимәнелер бәйләргә кәрәк булһа, һәр саҡ ҡул осонда ғына. Жгут урынына ла ҡулланырға була, еңел генә һүтелә. Шундай утыҙлап беләҙек ебәргәндәр ҙә инде. Технология уҡытыусыһы Нурзия Бәйтулла ҡыҙа Мырҙагилдина егерме йылдан артыҡ уҡыусыларында хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Дәрестәрен мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Балалар теләп йөрөй. Ә уҡытыусының оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Ул бәйләгән бәүелсәккә генә күҙ һалығыҙ әле! Иҫ китмәле, шулай бит? Унда ултырып ял итергә лә, бәүелеп алырға ла була. Эштәрен күреп, хатта күрше өлкәләрҙән да заказ бирәләр икән. Мәсеттең макеты ла бик матур килеп сыҡҡан. Өйҙәрен йәмләп ултыра. Уға шар формаһында лампа ла ҡуйылған. Пульт менән эшләй. Сүрәләр, аҙан тауышын тыңлап алырға мөмкин. Уҡыусыларына ла үҙе белгәндең барыһын да еткерергә тырыша уҡытыусы. Мәктәпте тамамлағансы әллә күпме эшкә өйрәнәләр.
– Шул тиклем оҫталыҡ кемдән килә? – тип һорамай булдыра алманым. Ә ул ябай ғына итеп:
– Атайымдан, – тип яуапланы. – Беҙ бәләкәй саҡта атайым балыҡ тотоу өсөн оҙон ауҙар, мурҙалар, арҡан, сыбыртҡылар үрә торғайны. Ҡулдарына күҙ эйәрмәҫ ине. Һоҡланып ҡарап торғаным хәтеремдә. Нурзия Бәйтулла ҡыҙы уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да уңышлы башҡарып килә, байтаҡ йылдар башҡорт теленән дә дәрестәр бирә. Өлгөлө хужабикә. Тормош иптәше Камил менән бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлфиә ҡыҙҙары медицина колледжын тамамлаған. Әсәнән күргән – тун бескән, тигән һымаҡ, ул да ҡул эштәренә оҫта. Улдары Марсель тимер юлы техникумында уҡып йөрөй. Бик ҡыҙыҡһыныусан. Егет кеше өсөн кәрәкле булған иретеп йәбештереү һөнәрен дә үҙләштергән. Бына бит нисек! Остаздарынан уңды уҡыусылар.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.