+19 °С
Ясна
VKOKМакс

Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Айхан Ғималдинов йәйге ялын файҙалы итеп уҙғара. Ул яңы һөнәр үҙләштерергә лә  өлгөргән.

Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!
Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!

 "Атанат күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән", — тиҙәр бит.  Ысынлап та, баланың тормошҡа ҡарашына, холҡона, хатта ябай ғына ғәҙәттәренә лә ата-әсәһе, ғаиләлә алған тәрбиә ҙур йоғонто яһай шул.

Быйыл ямғыр йыш яуғас, үлән гөрләп үҫә лә китә, сабып ҡына өлгөр. Бына Айхан үлән сабырға өйрәнеп алған әле, атаһына ярҙамлаша.  Тағы ла оҫта ҡуллы әсәһенә заказдар килеп кенә тора. Бында ла тырыш малайҙың ҡулы өлгөрә. Сәскә тотҡос кәрзин үрергә лә өйрәнгән. Вәт, маладис!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА. 

Ауырғазы районы.

Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!
Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!
Ҡулыңдан һөйөн, Айхан!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас