

Ул быйыл Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһына V синыфҡа уҡырға барасаҡ. Беренсенән тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ «Аманат» бейеү ансамбленә йөрөй. Йырларға ярата, ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Буш ваҡытында һүрәт төшөрә, сәйләндәрҙән муйынсаҡ, беләҙек кеүек әйберҙәр эшләй, ҡурсағына кейемдәр тегә, энә, ырғаҡ менән бәйләй.
Йәйге каникулы ла күңелле уҙа. Уны Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе өләсәһе Лилиә Алтынбай ҡыҙы һәм олатаһы Ғәлимйән Сәлмән улы Мусиндар янында үткәрергә күнеккән. Өләсәһенә баҡсала ҡый үләндәре утарға, йәшелсә, емеш еләккә һыу һибергә, һауыт-һаба, иҙән йыуырға ярҙам итә. Йәй һайын ике туған апаһы Элина менән яҡын кешеләре янында осрашыуҙы һәр ваҡыт көтөп алалар. Йәнә олатаһы менән өләсәһе йәшәгән ауылда үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша Сулпан Моталова. Башҡорт милли кейемдәрен кейеп башҡарған бейеүҙәрен халыҡ яратып ҡарай, алҡыштарға күмә.
Ҡыҙ яҡындарын төрлө ҡамыр аштары менән дә һыйларға ярата. Был эшкә әсәһе Эльза Ғәлимйән ҡыҙынан өйрәнгән ул. Быйыл да Сулпан кекстар бешереп шатландырған.
Рецебы: өс йомортҡа, бер ста кан кефир, шәкәр ҡомо, ике стакан он, 200 грамм һы йыр майы, ярты бал ҡалағы сәй содаһы, семтем тоҙ һәм ванилин кәрәк. Бешереү тәртибе: барлыҡ ҡоро һәм һыулы әйберҙәрҙе айырым айырым бергә ҡушып бутайбыҙ. Һуңынан барыһын бергә ҡушабыҙ. Әҙер ҡамырҙы майланған формаларға һалып 180 градуслы электр мейесенә ҡуябыҙ. Бешеү ваҡыты – ярты сәғәт. Бешеп сыҡҡас, шәкәр пудраһы һәм төрлө төҫтәге ҡамыр тәмләткестәре һибеп биҙәйбеҙ.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.