+13 °С
Облачно
VKOKМакс

Матурлыҡҡа ғашиҡ ул

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыу­ҙырған кешеләр күңелдә һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята. Алтын ҡуллы, уңған Наҙгөл Алсынова ла тап ана шундайҙарҙан. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме һөнәр белә ул!

Матурлыҡҡа ғашиҡ улМатурлыҡҡа ғашиҡ ул
Матурлыҡҡа ғашиҡ ул

Кейемдәргә, ҡайыштарға, шоперҙарға көмөш буяу менән милли орнаменттар һала, сәйләндән, тәңкәләрҙән түшелдеректәр, билбауҙар, сәсүрместәр, брошкалар, биҙәүестәр эшләй, ырғаҡ менән бәйләй. Ул ғына ла түгел, Наҙгөлдөң хәҙер үҙ һатып алыусылары ла бар. Һәр эшенә күңелен биреп, йөрәк йылыһын ҡушып башҡарғас, тауарҙарын ҙур теләк менән һатып алалар, күптәр ҡабаттан заказ яһай.

Уңған ҡыҙ баш ҡалабыҙҙағы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының VI «А» синыфында белем ала. Яҡшы уҡый, белем усағында ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һәр эшкә етди, яуаплы ҡарай, ихлас, аралашыусан булғас, дуҫтары ла күп үҙенең. Бына инде дүртенсе йыл Гүзәл Рәшит ҡыҙы Исламғолова етәкләгән «Гүзәл данс» бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Бейергә шул тиклем ярата ул. Ял, байрам, каникул мәлдәрендә өләсәһе янына ҡайтһа, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән төрлө концерт, сараларҙа ла сығыш яһай.
Күңеле менән һәр саҡ гүзәллеккә ынтылған Наҙгөл интернетта күрһәтелгән дәрес өлгөләрен ҡабатлап, һүрәттәр төшөрөргә, һандар буйынса картиналар яһарға, алмаз мозаикаһынан фотопортреттар төҙөргә лә әүәҫ. «Һә» тигәнсе ырғаҡ менән бәләкәй сумкалар ҙа бәйләп ҡуя. Бешеренергә лә оҫта. Бигерәк тә ҡоймаҡ, печенье, йәймәләре телеңде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Ҡыҫҡаһы, ҡулынан килмәгән эше юҡ һылыуҙың.
Ә шулай ҙа кейемдәргә милли биҙәк яһау күңеленә айырыуса яҡын икән. Уҡытыусыһы һорағас, синыфташтарына оҫталыҡ дәресе лә үткәргән.
– Һүрәттәрең матур килеп сыға, тип әсәйем кейемгә төшөрөп ҡарарға тәҡдим итте. Миңә был шөғөл оҡшап ҡалды. Тәүҙә – үҙемә, унан һеңлеләремә, ағайыма ла милли орнаменттар менән футболкалар биҙәнем. Стәрлебаш районында йәшәгән Гөлфиә Фәт­ҡуллина тигән апайҙан оҫталыҡ дәрестәре лә алғас, ҡыҙыҡһыныуым тағы ла көсәйҙе. Шунан инде күлдәктәр, жилеттар, шоперҙар, кепкалар ҙа өҫтәлде. Атай-әсәйем һәр башланғысымды хуплап, ҡеүәтләп, дәртләндереп тора. Шуға уларға рәхмәтлемен. Әсәйем үҙе лә ҡул эшенә оҫта, белгәндәрен беҙгә өйрәтә. Уның тәҡдиме менән үҙебеҙҙең гимназияла, ауылда үткән йәрминкәләргә, күргәҙмәләргә эштәремде алып барҙым, ә улар тиҙ генә һатылып бөттө. Яратҡан шөғөлөмдөң аҡса килтереүен күреү тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Буш ваҡытымды күберәк ошо шөғөлөмә бағышланым. Үҙем эшләгән тәүге аҡсаны әсәйемә биреп, яңы футболка, күлдәктәр, буяуҙар, йәғни эш өсөн кәрәк булған материалдар алдыҡ. Шунан инде яҡындарыма бүләктәр, мәктәпкә уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алырға тотондом. Үҙ көсөң, тырышлығың менән тапҡан аҡса ҡәҙерле була икән ул, – ти Наҙгөл Алсынова. Ә был, ысынлап та, шулай. Аҡсаның ғына түгел, ваҡыттың да ҡәҙерен белергә өйрәнгән ул. Шуға бер минутын да бушҡа сарыф итмәй.
Бер кейемде биҙәр өсөн бер-ике көн китеүе хаҡында ла һөйләне уңған ҡыҙ:
– Орнаменттарҙы күберәк интернеттан, китаптарҙан, башҡа оҫталарҙың эштәренән ҡарап, ҡайһы саҡта үҙем дә уйлап эшләйем. Һүрәт әҙер булғас, кейемгә төшөрәм, беренсе ҡат буяғас, биш сәғәт кипкәнен көтөргә кәрәк. Шунан үтекләп, тағы бер ҡат буяп сығам һәм тағы биш сәғәткә кибергә ҡалдырам. Әҙер булғандан һуң йәнә үтекләйем һәм инде биҙәү өлөшө башлана.
Әлбиттә, үҙенә күрә бик мәшәҡәтле, ваҡсыл эш был. Күпме сабырлыҡ, ихтыяр көсө талап итә. Ҡайһы бер өлкәндәрҙең дә ҡулынан килмәй, түҙемлектәре етмәй әле! Ә Наҙгөл күптәргә үрнәк булырлыҡ. Күрәһең, яратҡан шөғөл ялҡытмай, тигәндәре дөрөҫтөр.
Наҙлы ҡуллы, нурлы йөҙлө, саф күңелле, матурлыҡҡа ғашиҡ был һылыуға Хоҙай бәхетле ғүмер, яҡты киләсәк насип итһен! Ҡулыңдан һөйөнөп йәшә, Наҙгөл!

Юлиә КИРӘЕВА.

Матурлыҡҡа ғашиҡ ул
Матурлыҡҡа ғашиҡ ул
Матурлыҡҡа ғашиҡ ул
Матурлыҡҡа ғашиҡ ул
Матурлыҡҡа ғашиҡ ул
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас