+13 °С
Облачно
VKOKМакс

"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!

Хәҙерге ваҡытта көндәлек кейемгә милли элементтар өҫтәү, милли биҙәүестәр тағыу модаға әйләнде. Ә уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләүсе оҫталарҙың күп булыуы тағы ла ҡыуаныслы. Өфө ҡалаһында йәшәүсе дүрт бала әсәһе Альбина Венер ҡыҙы Муллағолова ла – шундайҙарҙың береһе.

"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!

Бөтә белгәндәрен балаларына ла өйрәтергә тырыша. 111-се гимназияның IX «А» синыфында белем алған ҡыҙҙары Элина менән быйыл беренсегә уҡырға барған Нурзәлиә лә әсәйҙәренә оҡшап, оҫта ҡуллы. Бергәләшеп ниндәй генә мөғжизә тыу­ҙырмай улар!
Белгәнеңде өйрәтһәң, оҫталығың арта ғына, тиҙәр. Уңған ҡыҙҙар был юлы «Йәншишмә»нең дуҫтарын да «Баш­ҡорт ҡыҙы» брошкаһы яһау нес­кәлектәренә өйрәтмәксе.
– Был милли биҙәүесте эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Иң тәүҙә ҡатырға ҡағыҙҙан шаблон әҙерләйбеҙ һәм фетр туҡымаһына баҫып, формаһын киҫеп алабыҙ. Башҡорт ҡыҙының йөҙө, ғәҙәттә, әҙер килеш һатыла (улар барлыҡ маркейтплейстарҙа бар). Тәүҙә кәүҙәгә шул әҙер битте йәбештерәбеҙ. Шунан иләнгән ҡара ептән сәсен үреп, тегеп ҡуябыҙ. Унан һуң сәйлән, тәңкәләр менән биҙәйбеҙ. Бында инде һәр кемдең үҙ фантазияһы. Артына махсус төйрәүес беркеткәс, «Баш­ҡорт ҡыҙы»быҙ әҙер ҙә була. Уны кейемеңә тағып ебәрһәң, тағы ла һөйкөмлөрәк, мөләйемерәк, нәзәкәтлерәк булып күренерһең, – ти улар.
Дуҫтар, күҙҙең яуын алырлыҡ матур биҙәүесте, әйҙәгеҙ, бергәләшеп эшләп ҡарайыҡ. «Башҡорт ҡыҙы» һәр кемгә килешәсәк!

Юлиә КИРӘЕВА.

"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
"Башҡорт ҡыҙы" һәр кемгә килешә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас